+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Июль 2020, 17:20

Парлы ғүмер – ҙур бәхет

Ирле-ҡатынлы Мәүлийәровтар муниципаль район хакимиәтенең "Ғаилә даны" билдәһе менән наградланды

Ҡаҙанғол ауыл Советының Исмәғил ауылында йәшәүсе Ғәҙелйән Әмирйән улы һәм Рәмзиә Минейәр ҡыҙы – үҙҙәренең көндәлек мәшәҡәттәрендә ҡайнаған ябай ғаилә. Бына инде 37 йыл улар татыу ғүмер итә.
...Йәштәр алыҫ 1977 йылда таныша. Иҫке Яппар ауылы ҡыҙы Рәмзиә Саҡмағошта һатыусыға уҡып йөрөгән була. Ғинуар көндәренең береһендә Исмәғил ауылындағы әхирәте уны тыуған көнөнә саҡыра. Ҡыҙ саҡырыуҙы ихлас ҡабул итә. Кисен бергәләп ауыл клубына киске уйынға сығалар. Бер ваҡыт клубҡа ауыл егеттәре килеп инә, араларында Ғәҙелйән дә була.
- Мин Рәмзиәгә шунда уҡ иғтибар иттем, - ти Ғәҙелйән ағай, - ул ҡыҙыл кофта кейгән ине. Һылыу, алсаҡ ҡыҙ күңелемә ятты, мин уға тәү күреүҙән ғашиҡ булдым һәм тап уның үҙемдең икенсе яртым икәнлеген аңланым.
Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡороп ебәрә. Кәләшкә ула саҡта ни бары 18, ә кейәүгә 21 йәш була. Шулай итеп уртаҡ тормоштары башлана. Ҡәйнәһе киленен бик ярата, уны үҙ ҡыҙы һымаҡ ҡабул итә.
Ғәҙелйән ғаиләлә берҙән-бер малай булғанлыҡтан, олоғайған ата-әсәһен ҡарау бурысы уға төшә. Килендәре ҡәйнәһе менән ҡайныһын тик яҡшы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала.
- Уларҙың бер-береһен ихтирам итеүе, күҙ ҡарашынан бер-береһен аңлап тороуҙары беҙгә өлгө булды. Күмәкләшеп татыу, килешеп йәшәнек. Балалар өсөн дә хафаланырға тура килмәне. Беҙ көнө буйы колхоз эшендә, өләсәй менән олатай ейәндәрен тәрбиәләштеләр, донъябыҙға күҙ-ҡолаҡ булдылар, - тип һөйләй ул.
Ирле-ҡатынлы «Дим» колхозында эшләй. Ғаилә башлығы яҙын һөрә, сәсә, көҙөн ашлыҡ ура, ә хужабикә фермала ла эшләй, сөгөлдөр утай. Ҡыҫҡаһы, хәстәрлек-мәшәҡәттәр етерлек була. Ә өйҙә һәр саҡ йылылыҡ, тыныслыҡ хөкөм һөрә. Был ғаиләлә бер-береңә ярҙам итеү, үҙ-ара аңлашыу һәм хөрмәт алғы планда тора.
Ғаилә башлығы ата-әсәһенә лә, ҡатынына ла, балаларына ла бер ҡасан да тауыш күтәрмәй, ҡулынан килгән тиклем ихлас ярҙамлаша. Бар ауырлыҡтарҙы бергәләп еңәләр, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы уртаҡ итәләр.
Татыу ғаиләлә өс ҡыҙ, бер малай үҫеп буй еткән. Балалары ата-әсә өсөн айырым ғорурлыҡ. Барыһы ла уҡып белем алған, ҡыҙҙарының үҙ ғаиләләре бар, улдары Илнур әлегә кәләш алмаған.
Бөгөн Мәүлийәровтар хаҡлы ялда, әммә тулы ҡанлы тормош менән йәшәүҙәрен дауам итәләр. Һигеҙ ейәндәре ҡыуандырып үҫеп килә. Улар олаталары менән өләсәләрен бик тә ярата. Ирле-ҡатынлы һөйләшергә әүәҫ, ихлас кешеләр, бергә үткән һәр минуттың ҡәҙерен беләләр.
Район хакимиәте башлығы ҡулынан награда алыу улар өсөн ҡыуаныслы ваҡиғаға әйләнгән.
- Бөтөнләй көтмәгәйнек, башта аптырап ҡалдыҡ, - тиҙәр улар, - был беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ, әлбиттә. Парлы ғүмер – хоҙай тарафынан бирелгән оло бүләк, һәр ғаилә мөхәббәттә һәм бәхеттә йәшәһен!
Алия Уразбахтина.
Читайте нас: