+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Июль 2020, 16:35

Тәмле лә, файҙалы ла.

БУҘА ӘҘЕРЛӘЙБЕҘ

Бының өсөн 23 г аҡ май, 125 г һоло ярмаһы, 6 г он, 32 г әсетке, 85 г шәкәр ҡомо, самалап һыу кәрәк буласаҡ.
Ваҡланған һоло ярмаһын йыуып, 10-30 минутҡа ебетергә ҡуйығыҙ. Һыуын һарҡытып, елһеҙ урында киптерегеҙ ҙә төйөгөҙ. Төйөлгән һоло онона еңелсә ҡыҙҙырылған бойҙай оно, ҡайнар аҡ май һалып болғатығыҙ. Уға ҡайнап торған һыу һалып, ҡуйы шыйыҡса барлыҡҡа килгәнсе туҡығыҙ ҙа ярты сәғәткә йылы урынға ҡуйып тороғоҙ. Ошо ваҡыт үткәс, тағы ҡайнар һыу ҡойоп, яҡшылап иҙегеҙ. Унан ҡабарһын өсөн әсетке, шәкәр ҡомо һалып, ябып тороғоҙ. Ҡабарып сыҡҡас иҙмәне, ҡайнатылған йылы һыу менән шыйыҡлатып, һөҙөгөҙ. Шунан буҙаны, әсеһен өсөн, ябып тороғоҙ. Әҙер буҙа ҡуйы ғына, әскелтем, иретелгән һары май төҫөндә була.
Читайте нас: