15 июлдә үҙенең йөҙ йәшен билдәләйәсәк Зөһрә Әхмәтша ҡыҙы Мөхәмәҙиева тап шулай ти. Юбиляр Дәүләкән ҡалаһында йәшәй.
Ул бөгөн беҙҙең өсөн ғәжәйеп тойолған 1920 йылда тыуған! Бер быуатлыҡ ғүмер кисергән инәй тормошоноң һәр миҙгелен тиерлек хәтеренә һеңдереп барған.
Зөһрә Әхмәтша ҡыҙы Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылында тыуған. Унан һуң тағы ла ике һеңлеһе донъяға килә. Атаһы менән әсәһе көноҙоно баҫыуҙа эштә саҡта һеңлеләрен ҡарау тап уның иңдәренә төшә. Ул алыҫ йылдарҙың ауырлығын иҫкә алып, инәй үҙенең бәләкәйҙән үк сынығып үҫеүен, бер ҡасан да эшһең тормауын һөйләй. Йорттағы барлыҡ мәшәҡәттәр уның өҫтөндә була. Арып-талып баҫыуҙан ҡайтып ингән ата-әсәһен ҡыуандырып, уларҙы тәмле сәй менән һыйлар өсөн урманға хуш еҫле үләндәр, еләк-емеш, бәшмәк йыйырға барыуҙарын әле лә һағынып иҫкә ала. Һыйырҙарын да үҙе һауа, ҡош-ҡортто ҡарай, баҡса утай, ашарға әҙерләй, апаларына төп ярҙамсы була. Бер минут тик тормаһа ла, Зөһрә Әхмәтша ҡыҙы ошо йылдар уның өсөн иң бәхетле һәм онотолмаҫ мәл булған тип һанай.
Күрше Ибрай ауылынан Әхәт исемле егеттең эшсән, һылыу ҡыҙға күҙе төшә. Тиҙҙән йәштәр ябай ғына туй яһап, бергә йәшәй башлай, ҡыҙҙары тыуа, әммә бәхетле көндәре оҙаҡҡа бармай – 1941 йылда ирен фронтҡа алалар.
Һөйөклөһөнән ҡош телендәй генә хәбәр алыуға ла бик шат булыр ине йәш ҡатын, тик уға ни бары бер рәсми хат ҡына килә. Һаран ғына юлдар иренең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр итә...
Ҡайғы-һағыш йөрәген оҙаҡ өтә, икенсе никахтан тыуған сабыйҙары ғына әсәгә көндәлек тормошҡа ҡайтырға ярҙам итә. Ғаилә тормошо һәүетемсә алға тәгәрәй.
Зөһрә Әхмәтша ҡыҙы Дәүләкән ҡалаһында 1965 йылдан бирле йәшәй. Бер нисә йыл төрлө предприятиеларҙа эшләй, унан Дәүләкән тимер юл станцияһына эшкә урынлаша.
Бер ваҡыт әхирәтенә эйәреп аяҡ кейемдәре фабрикаһына килә. Аяҡ кейемдәре тегеү процесы ҡатында ҡыҙыҡһыныу уята һәм ошонда эшкә килеү теләге менән яна башлай. Бер аҙҙан хыялы тормошҡа аша – директор уны эшкә тәғәйенләй, Зөһрә станок артына баҫа. Оҫталығы, эшһөйәрлеге менән иптәштәре араһында абруй яулай. Фабрикала эшләгән йылдарында алынған дипломдарын, почет грамоталарын инәй бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡлай.
Бер быуатлыҡ ғүмере осоронда бирелгән һәр наградаһы тураһында айырым бер ғорурлыҡ менән һөйләй инәй. Һәр береһенең үҙ тарихы, үҙ баһаһы.
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн», «В.И. Лениндың тыуыуының 100 йыллығына намыҫлы хеҙмәт өсөн» «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары һәм башҡа наградалары барыһы ла фиҙакәр хеҙмәтен, тырышлығын раҫлай.
«Хоҙайҙың миңә 100 йыл ғүмер бүләк итеүенә сикһеҙ ҡыуанам. Улым Фәнистең, киленемдең тәрбиәһе, ейәндәрем һәм бүләләремдең иғтибары, урындағы хакимиәттең, башҡа хеҙмәттәрҙең ярҙамы һөҙөмтәһендә үҙемде йәмғиәттең лайыҡлы ағзаһы итеп тоям. Ошондай иғтибарҙары өсөн рәхмәтемде белдерәм», - ти З.Ә. Мөхәмәҙиева.
«Оҙон ғүмерлелектең сере нимәлә?» - тигән һорауға Зөһрә Әхмәтша ҡыҙы ябай ғына итеп түбәндәгесә яуап бирҙе: «Үҙ-үҙеңде тынысландырып, артыҡ көйәләнмәйенсә йәшәргә өйрәнергә, яҙмыш нисек кенә ҡыйырһытһа ла, бәхетле булырға ынтылырға кәрәк. Тормошта кешенең мөхәббәткә ҡарашы ҙур әһәмиәткә эйә. Үҙегеҙҙе, тирә-яҡтағы кешеләрҙе яратығыҙ, алғанға ҡарағанда ла күберәк бирә белегеҙ. Кеше үҙен тулы бәхетле тип хис итә икән, ер йөҙөндә мөмкин тиклем күберәк йәшәргә ынтыласаҡ. Ысынбарлыҡты нисек бар - шулай ҡабул итергә кәрәк. Тәбиғәт ҡанундары шундай».
Зөһрә Әхмәтша ҡыҙының үтелгән ғүмер юлын байҡап, эшмәкәрлеге өсөн бирелгән наградаларын күреп, уны илебеҙ тарихының тере шаһиты тип әйтергә мөмкин. Арабыҙҙа 100 йыл йәшәгән абруйлы ветеранға балаларының, ейәндәренең, бүләләренең ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәүен һәм, әлбиттә, ныҡлы сәләмәтлек теләп ҡалабыҙ!