+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Июль 2020, 17:35

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Тауыҡ ите менән сөгөлдөр ашы (свекольник)

Быйыл синоптиктар аномаль эҫе йәйҙе прогнозлағайны, һәм бына июлдә ул көндәр башланды. Урамда һауа температураһы +29-ҙан +36, ә ҡайһы берҙә +40 градусҡа еткәндә эҫе, организм өсөн ауыр булған ризыҡтар ашағы килмәй. Ә бына еңел салаттар һәм һалҡын аштар файҙалы. Иң билдәле һалҡын аш – ул окрошка, уның рецебын барыһы ла беләлер, моғайын.
Бөгөн беҙ йәйге эҫе көндө төшкө ашҡа әҙерләнәсәк тағы ла бер ризыҡ тураһында һөйләйәсәкбеҙ.
Ингредиенттар:
Тауыҡ ите – 500 гр.
Сөгөлдөр – 2 дана
Картуф – 2 дана
Кишер – 1 дана
Һуған – 1 дана
Помидор – 3 дана
Көнбағыш майы – 2 аш ҡашығы
Лавр япрағы – 1 дана
Хуш еҫле борос – 4 бөртөк
Тоҙ, шәкәр ҡомо – тәменсә
Һыу – 2,5 литр
Әҙерләү ысулы
Сөгөлдөр ашының сағыу төҫөнөң сере шунда, сөгөлдөрҙө алдан әҙерләргә һәм ашҡа әҙер килеш һалырға. Шулай эшләгәндә ул үҙенең төҫөн һаҡлай һәм иҙелмәй.
  1. Эште сөгөлдөр әҙерләүҙән башлайбыҙ. Иң һәйбәт ысул – уны мейестә бешереү. Сөгөлдөрҙө яҡшылап йыуабыҙ. Һәр сөгөлдөрҙө фольгаға урап, духовкала 40-50 минут бешерәбеҙ. Ошолай итеп бешергәндә уның витаминдары һәм микроэлементтары яҡшы һаҡлана. Әгәр духовка менән мәшәҡәтле күрһәгеҙ, сөгөлдөрҙө әрселмәгән килеш һыуҙа бешерегеҙ.
  2. Сөгөлдөр менән бер рәттән тауыҡ һурпаһы бешерергә ҡуябыҙ. Тауыҡты яҡшылап йыуабыҙ, кәстрүлгә һалабыҙ һәм һыу ҡоябыҙ. Һурпаны бер сәғәткә яҡын ҡайнатабыҙ. Ул бешеп сыҡҡас һөҙәбеҙ, кәрәк булһа, һыу өҫтәйбеҙ.Тауыҡты һөйәктәренән айырабыҙ, итте яңынан һурпаға һалабыҙ.
  3. Тауыҡ һурпаһына шаҡмаҡлап туралған әрселгән картуф һалабыҙ.
  4. Помидорҙарҙың ҡабығын әрсейбеҙ. Бының өсөн помидорҙың бер яғынан крест һымаҡ киҫәбеҙ ҙә 20 секундҡа ҡайнаған һыуға, унан бер-нисә минутҡа боҙло һыуға һалабыҙ. Шулай итеп помидорҙың ҡабығы тиҙ генә үҙенән-үҙе әрселә.
  5. Картуф бешкән арала ашҡа заправка әҙерләйбеҙ. Көнбағыш майында тәүҙә һуғанды ваҡлап турап, алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырабыҙ. Унан һуғанға эре ҡырғыста ҡырылған кишер ҡушып артабан ҡыҙҙырабыҙ.
  6. Заправкаға ҡабығы әрселгән, шаҡмаҡтарға туралған помидорҙарҙы өҫтәйбеҙ. Әгәр помидор юҡ икән, 1 аш ҡашығы томат пастаһы өҫтәһәң дә була, 5 минут быҡтырабыҙ.
  7. Бешкән, һыуытылған сөгөлдөрҙө таҙартабыҙ. Кемгә нисек оҡшай бурсалап, шаҡмаҡлап турайбыҙ йәиһә эре ҡырғыстан ҡырабыҙ. Сөгөлдөрҙө заправкаға иң аҙаҡтан һалабыҙ. Әгәр сөгөлдөр шәрбәт булмаһа, бер сәй ҡалағы шәкәр ҡомо һалабыҙ.
  8. Заправканы тауыҡ һурпаһына һалабыҙ, лавр япрағы, йәшел тәмләткестәр, 3-4 бөртөк хуш еҫле борос өҫтәйбеҙ, тәменсә тоҙ һалабыҙ һәм тағы ла 10 минут, әҙер булғансы, бешерәбеҙ.
  9. Һәм әлбиттә сөгөлдөр ашының (свекольник) айырылғыһыҙ өлөшө – ул бешкән йомортҡа һәм өҫтәлгә биргәндә бер ҡалаҡ ҡаймаҡ. Бындай аш әлбиттә һалҡын килеш яҡшы, әммә эҫе килеш тә ашарға мөмкин.
  10. Читайте нас: