Шулай уҡ татлы ризыҡтың составына башҡа төрлө өҫтәмәләр ҡушырға ла аптырамайҙар. Ысын балды ялғанынан нисек айырырға? Бының өсөн халыҡ араһында киң таралған бер нисә алымды белеп ҡуйыу зыян итмәҫ.
Ҡулығыҙҙың һыртына бер тамсы бал тамыҙып, яҡшы итеп ыуығыҙ, таҙа бал крем кеүек һеңә, ә шәкәр ҡушылған булһа, ялтырап тора, һеңмәй.
Балды бәләкәй генә һауытҡа һалып, ҙур булмаған икмәк киҫәге төшөрөгөҙ. Ысын балдың эсендә икмәк формаһын юғалтмай, ә яһалма продуктта ул епшей.
Йылытҡан мәлдә яһалма бал күперә, ҡыуыҡлана, ә тәбиғи бал карамель кеүек йомшара, әммә күперекләнмәй.
Аҡ ҡағыҙ киҫәгенә бер-ике тамсы бал төшөрөгөҙ. Ҡағыҙҙың арт яғы еүешләнһә – балдың сифаты хаҡында уйланырға урын бар.
Тәбиғи балдың еҫе була. Унан сәскә ҡатыш хуш еҫ аңҡый.