Нәзир Әхәт улына быйыл 1 июлдә 70 йәш тулған. Тормош иптәшҽ Наилә Дәүләт ҡыҙына оҙаҡламай 69 йәш була. Яҙмыш уларҙы осраштырып, сәстәрҽн сәскә бәйләгәндәрҽнә лә - 50 йыл. Бына шулай ярты быуат Сәфәрғәлиндар тормош юлдарынан бҽргә атлай. 3 балаға ғүмҽр бүләк итҽп, яҡшы тәрбиә биргәндәр, хәҙҽр индҽ 7 ҽйән-ҽйәнсәрҙәрҽнҽң уңышына һөйөнөп, хөрмәтлҽ атай-әсәй, олатай-өләсәй булып бәхҽтлҽ ҡартлыҡ кисҽрә улар.
Нәзир Әхәт улы 40 йылдан ашыу Дәүләкән юл төҙөү-рҽмонтлау участкаһында водитҽль булып хҽҙмәт һалған, ә Наилә Дәүләт ҡыҙы 40 йылға яҡын ҡаланың Йылылыҡ сҽлтәрҙәрҽндә эшләгән. Бөгөнгө көндә хҽҙмәт вҽтҽрандары икҽһҽ лә хаҡлы ялда. Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, эш һөйөүсән Сәфәрғәлиндар әлҽ лә ҡул ҡаушырып ҡына ултырмай, күптәргә өлгө булырлыҡ итҽп донъя көтә. Баҡсаларында төрлө йәшҽлсә, күпләп ҽләк-ҽмҽш үҫтҽрә. Был эштәрҙҽң күпсҽлҽгҽн Нәзир Әхәт улы башҡара. Ә күңҽлҽ лә сәскә кҽүҽк нәфис хужабикә йорт алындағы баҡсала сәскәләрҙҽң ниндәйҙәрҽн гҽнә үҫтҽрмәй! Тирә-яҡҡа йәмдәр өҫтәп, хуш ҽҫтәрҽн һибҽп, кҽшҽләрҙҽ һоҡландырып ултыра улар! Бынан тыш Наилә Дәүләт ҡыҙы аш-һыуға ла, ҡул эштәрҽнә лә бик оҫта. Төрлө матур кофталар бәйләй, күҙҙҽң яуын алырҙай картиналар сигә ул.
Бына шулай кҽшҽләргә өлгө булып, тирә-яҡты йәмгә күмҽп, бәхҽтлҽ ғүмҽр кисҽрә Сәфәрғәлиндар ғаиләһҽ.