Быйылғы семинар “Ужым культуралары: селекция, орлоҡсолоҡ, сәсеү үҙенсәлектәре” тип аталды. Сараға республикала эшләгән федераль ойошмалар, техника һатыусылар, фәнни ойошмалар вәкилдәре саҡырылды. Күргәҙмәне 47 райондан килгәндәр ҡараны.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, район хакимиәттәре башлыҡтарының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары, башҡа белгестәр күргәҙмәне ҡарап үткәс, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институты баҫыуҙарында үҫтерелгән тәжрибә участкаларына юлланды. Былтыр был баҫыуҙарҙа бер нисә төрлө ужым культуралары сәселгән.
"Бөгөндән ураҡ кампанияһына старт бирәбеҙ. Тәү сиратта комбайндар ужым культураларына төшәсәк. Әлеге тәжрибә баҫыуҙарынан күреүебеҙсә, үҙебеҙҙең ерлектә сығарылған ужым культураларының сорттары һәйбәт уңыш бирә. Тәү сиратта был районлаштырылыу менән бәйле. Һауа торошон күреп тораһығыҙ, ул ураҡ кампанияһына үҙ йоғонтоһон яһай. Был эҫе сәбәпле уңыштың күләмен юғалтабыҙ. Әле бөтөн көстө уңыш йыйыуға йүнәлтергә кәрәк. Тиҙҙән ямғырҙар башланасаҡ. Бөгөнгө сараның әһәмиәте шунда – фермерҙар, ерҙә эшләгән ауыл хужалығы эшсәндәренә фән эшмәкәрҙәре үҙҙәре сығарған, һынаған яңы сорттар тәҡдим итә, уңышты һаҡлап ҡалыу сараларын өйрәтә, алдынғы техника өлгөләрен күрһәтә. Был майҙансыҡ етештереүселәр өсөн дә, ҡулланыусыларға ла, фән менән бәйләнеш булдырыу йәһәтенән дә әһәмиәтле", - тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.
Семинар һөҙөмтәләре тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты.
“Бөгөн Башҡортостанда ураҡ эшен башлайбыҙ. Комбайнсылар һәм был эшкә ҡағылышы булған ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу осор етте. Етештереүселәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк: техника, яғыулыҡ, келәттәр – барыһы ла әҙер. Селекция өлкәһендә лә алға китеш күҙәтелә. Баҫыу көнөндә беҙҙең ғалимдарҙың “Башкирская-3” тип аталған ужым бойҙайы һәм арышының гибриды тәҡдим ителде. Унан гектарына 80-85 центнер уңыш алып буласаҡ. Был уртаса күрһәткестәрҙән дүрт тапҡыр күберәк”, - тип яҙҙы республика Башлығы.
Автор: Лилия Нуретдинова.
Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.