Крыжовникты йыуып, «ҡойроҡтарын» киҫегеҙ һәм эмаль кәстрүлгә һалып, өҫтөн ҡаплап, һүрән генә утта емештәр йомшарып, һыуы сыҡҡансы бешерегеҙ. Унан ҡапҡасын асып, әҙерәк ҡуйырғансы бешереп алырға кәрәк. Ҡайнатма ҡуйыра башлағас, ҡурай еләген, шәкәр һалып, ҡайнатып сығарығыҙ ҙа, утты ҡыҫып, 5 минут бешерегеҙ. Джемды ҡайнар килеш парланған банкаларға тултырып, ҡалай ҡапҡас менән ябығыҙ.