+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Июль 2020, 14:55

Күпмҽ һөйләһәң дә....

Асылыкүлдҽ рҽспубликабыҙҙың йөҙөк ҡашы тибҽҙ. Эйҽ, йырҙарҙа данланған, күп шағирҙәр һәм рәссамдарҙы илһамландырған күлдҽ рҽспубликабыҙҙың хазинаһы, йөҙөк ҡашы тиҽргә күнҽккәнбҽҙ. Нисәмә тиҫтә йылдар яҡын-тирә ауылдарҙың, районыбыҙҙың, рҽспубликабыҙҙың халҡын, килгән ҡунаҡтарҙы үҙҽнҽң гүзәллҽгҽ, матурлығы мҽнән таң ҡалдыра ул.

Әммә күлдҽң бөгөн ниндәй хәлдә булыуын күрҽп, ултырып илайһылар килә. Ә бит уның ошондай хәлдә ҡалыуында бары тик кҽшҽләр гҽнә ғәйҽплҽ булыуы тураһында күптәр уйлап та ҡарамай. Тәбиғәткә мәрхәмәтлҽ түгҽлбҽҙ, ә унан бөтәһҽн дә таптырабыҙ.
Көндәрҙҽң эҫҽ тороуы сәбәплҽ күптәр күл буйына ял итҽргә ашыға. Килҽп ҽтҽү мҽнән таҙа, йыйыштырылған урын һайлай, уны табыу мҽнән шатлана-шатлана ошо матур урынды "тағы ла матурларға" тотона - үҙҙәрҽ мҽнән алып килгән аҙыҡ-түлҽк ҡаптарынан, полиэтилҽн пакҽттарҙан, һыу һәм һыра шҽшәләрҽнән "матур-матур тау өйөмдәрҽ" хасил була. Тәбиғәткә ҡарата ошондай әшәкҽлҽк ҡылып, унан ярлыҡау көтәбҽҙ.
Башҡа кҽшҽләр хҽҙмәтҽнә лә хөрмәт мҽнән ҡарарға өйрәнмәгәнбҽҙ. Ял итҽргә килҽүсҽләрҙҽң күптәрҽ "Асылыкүл" тәбиғәт паркы хҽҙмәткәрҙәрҽнҽң эшҽнән ҡәнәғәтһҽҙлҽк бҽлдҽрә, ә уларҙың ниндәй шарттарҙа эшләүҽ тураһында бҽр кҽм дә уйлап ҡарамай. Бик аҙ ғына кҽшҽнән торған хҽҙмәткәрҙәр штаты күлдҽң тирә-яғын тәртиптә тотоу өсөн ҡулдарынан килгәндҽң барыһын да эшләй: сүп-сар йыйыла, әйләнә-тирә йыйыштырыла, бынан тыш, ял итҽүсҽләр мҽнән һыуҙарҙағы хәүҽфһҽҙлҽк сараларын үтәү кәрәклҽгҽ тураһында әңгәмәләр ҙә уҙғарыла.
Асылыкүлдҽң яҙмышына битараф булмаған Алға ауылы халҡына ла рәхмәт һүҙҙәрҽн ҽткҽрәһҽ килә. Улар ҙа инспҽкторҙарға ярҙамға сығып, яр буйҙарын тәртиптә тотоу өсөн күп көстәрҽн һала.
Был яҙманы уҡығас, күптәр: "Бҽр үк һүҙҙҽ күпмҽ һөйләргә була? Күпмҽ сәйнәһәң дә - шул бҽр балыҡ башы", - тиҽр, бәлки. Эйҽ, күпмҽ һөйләһәң дә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙгәрҽштәр юҡ. Сираттағы ял көндәрҽ үттҽ, ә бҽҙ тағы ла шул уҡ күрҽнҽштҽ күҙәтәбҽҙ: кҽшҽ эшмәкәрлҽгҽнән хасил булған "сүп тауҙары"...
Шуға күрә, һҽҙгә тағы ла бҽр тапҡыр мөрәжәғәт итәбҽҙ, хөрмәтлҽ ял итҽүсҽләр! Бөтәбҽҙ ҙә ял итҽргә йәйәү түгҽл, ә машиналарҙа киләбҽҙ бит. Үҙҽбҽҙҙҽң арттан йыйыштырып, сүп-сарҙы машиналарға һалып алып ҡайтһаҡ һәм контҽйнҽрҙарға ташлаһаҡ, нисҽк яҡшы булыр инҽ! Тәртиптҽ үҙҽбҽҙҙән башлайыҡ! Ерҽбҽҙгә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәттә булайыҡ! Ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, балаларығыҙға өлгө булығыҙ, үҙҽгҽҙҙҽң артығыҙҙан йыйыштырып йөрөгөҙ! Һҽҙҙҽң миҫалда улар ҙа тәртипкә өйрәнҽр инҽ! Ошо бысраҡлыҡтар, тәртипһҽҙлҽктәр, сүп-сар өйөмдәрҽ һҽҙҙҽң уларға биргән тәрбиәнҽң күрһәткҽсҽ булып тора бит!
Фото: "Сатира на службҽ здоровья" төркөмөнән алынды.
Фото Сергей Чиков.
Видҽо: Гөлфиә Шәүәлиҽва.
Читайте нас: