+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Июль 2020, 15:10

Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

Ҡарбуз-ҡауын тулыһынса август-сентябрь айында ғына өлгөрә.

Уның 90 проценты һыуҙан тора. Был еләкте (!) йыш ҡына химикаттар менән тултыралар, яһалма ҡыҙарталар. Шуға күрә һатып алғанда, бик һаҡ һәм иғтибарлы булыу кәрәк.

Ҡарбузды үҫтергәндә химик матдәләр күп ҡулланылһа, зарарлы була. Был йәһәттән сифатын ябай ғына ысул менән тикшереп ҡарарға мөмкин: бер стакан һыуға бер-ике ҡалаҡ ҡарбуз иҙмәһе һалырға. Һыу шунда уҡ ҡыҙғылт-алһыу төҫкә инә икән – химикат күп. Әгәр һыу төҫөн үҙгәртмәй, бер аҙ ғына тоноҡланһа, ҡурҡмайынса ашарға була.

Ҡарбуздың тышҡы “ҡиәфәте” лә күпте һөйләй. Иң мөһиме – ҙурлығына ҡыҙыҡ­мағыҙ. Ул ни тиклем ҙур була, татлылығы шул тиклем аҙыраҡ. Иң һәйбәт ауырлыҡ – 2,5 – 3 кг. Өҙөлгән һабағы, йәғни “ҡойроғо” ҡороған икән, тимәк, өлгөргән, оҙағыраҡ һаҡларға ла була. Тышын йәмһеҙләгән һары тап һәм һоро төҫтәге “ауҙар” – ҡарбуздың тәмлелегенә ишара. Тәүгеһе – уның ерҙә оҙаҡ ятыуын, тәбиғи шартта өлгөрөүен, икенсеһе бал ҡорттарының һеркәләндереүен иҫбатлай. Тап ни тиклем ҙурыраҡ, ә ауҙар күберәк – шул тиклем тәмлерәк буласаҡ. Күптәр ҡарбузды туҡылдатып ҡарап һайлай. Ысынлап та, тоноҡ тауыш сығарһа, ул өлгөрөп етмәгән.

Ҡарбуздың орлоғо күп булһа, ашауы уңайһыҙ. Әммә тап шундайҙар тәме менән айырылып тора. Шулай уҡ тышының ҡаты һәм бөтөн булыуына иғтибар итегеҙ. Унда эләккән бактериялар тиҙ үрсей. Шуға күрә бәләкәй генә серек, йә булмаһа, ярылған урыны булһа, һаулыҡҡа ҙур зыян килтереүе мөмкин.

Ҡарбуздың составында фолий кислотаһы, магний, аскорбин кислотаһы, тиамин, каротин, ниацин бар. Организмға фолий кислотаһы бигерәк тә кәрәк. Ул күҙәнәктәрҙең бүленеүенә ярҙам итә һәм аҙыҡты, аҡһымдарҙы эшкәртеүҙә мөһим роль уйнай. Шулай уҡ тиренең сәләмәтлеге лә уға бәйле. Ә мускулдарҙың эшмәкәрлеге магнийға бәйле. Уға ҡытлыҡ булғанда йөрәк ауырта, хатта инфаркт булырға мөмкин, ҡан баҫымы күтәрелә. Ҡарбуз организмды токсиндарҙан, ҡомдан, артыҡ тоҙҙан, хатта холестериндан таҙартыу өсөн файҙалы.
Читайте нас: