Быйыл һыуҙа батып үлеүселәрҙең күбәйеүе бар республиканы хафаға һалды. Әле бер районда, әле икенсеһендә шундай күңелһеҙ осраҡтар теркәлә. Шуны иҫтә тотоп Көрмәнкәй ауыл биләмәһендә һыуҙа үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге тураһында аңлатыу эштәре алып барыла. Балаларға ла, өлкәндәргә лә памяткалар таратыла. Халыҡ был акцияға аңлы ҡарай, был эш уларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләүгә йүнәлтелгән бит.