+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июль 2020, 18:55

РӘСӘЙҘӘ ЯЛ ИТ ҺӘМ КОМПЕНСАЦИЯ АЛ

Рәсәй хөкүмәте ил буйлап сәйәхәт иткән туристарға 5 меңдән 15 меңгәсә тур аҡсаларын кире ҡайтарасаҡ.

Бының өсөн дәүләттән 15 миллиард һум аҡса йүнәлтелә, тип белдерҙе хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин.
Был - эске туризмды үҫтереү өсөн ҡабул ителгән сара. Сөнки коронавирустан Рәсәй туристик бизнесы 1 триллион ярым һум аҡса юғалтҡан.
Программа август айында үҙ көсөнә инә һәм Ростуризм 2 миллион сәйәхәтте субсидиялай аласаҡ.
Программаға ингән маршруттарҙың исемлеге бар. Уны эске туризм менән шөғөлләнгән һәм берҙәм федераль реестрға ингән операторҙарҙан йә иһә ҡунаҡханаларҙың үҙҙәренән алырға мөмкин. Сәйәхәт итеү ваҡыты 5 көнгә тиклем. Улар араһында һыу объекттарында ял итеү, экология, мәҙәни-ағартыу, ауыл хужалығы йүнәлештәре бар.
2020 йылдың программаһына 45 йүнәлеш индерелгән. Исемлеккә Башҡортостан да ингән. Тимәк, был туристар өсөн республиканың иҫтәлекле урындары, тәбиғи һәйкәлдәре, музейҙары, тәбиғәте менән танышыу өсөн ҙур мөмкинлек бирә.
Фото Башинформдан алынды.
Читайте нас: