2 ҡалаҡ - ҡырылған һарымһаҡ
2-3 ҡалаҡ - туралған йәшел укроп
Ҡыярҙарҙы кемгә нисек оҡшай, шулай турайбыҙ, бөтә әйберҙәрҙе һалып бутап, 5-6 сәғәткә ултыртып ҡуябыҙ. Шул ваҡыт эсендә өс-дүрт тапҡыр бутап алабыҙ.
Шунан таҙа итеп аш содаһы менән йыуылған банкаларҙы эҫе һыуҙа сайҡатып, киптереп, ҡыяр салатын тултырабыҙ ҙа ҙур бакка һыу эсенә ултыртабыҙ, ҡайнап сыҡҡас 15 минут тотабыҙ, ҡапҡастар менән ныҡлап ябып, түңкәреп ҡуябыҙ. Ҡышҡылыҡҡа кетерләп торған, йәй тәме килеп торған ризыҡ әҙер.
500 г - һуған (ярымҡулса)
200 г – һарымһаҡ (ваҡлап турарға)
3 аш ҡалағы – уксус эссенцияһы
3/1 стакан – көнбағыш майы
Барыһын да бергә бутап, төнгөлөккә ултыртып ҡалдырабыҙ. Иртәнсәк таҙа банкаларға (стерилләмәһәң дә була) һалып, капрон ҡапҡас ябабыҙ. Хатта йылдан артыҡ та бына тигән һаҡлана.