+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Июль 2020, 14:30

“Башҡортостанда коронавирус: ни өсөн республика сикләүҙәрҙе бөтөрөүҙең икенсе этабына әҙер түгел?”

Бөгөн 15.00 сәғәттә онлайн алымда үтәсәк матбуғат конференцияһында һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алыу мөмкинлегенә эйә.

Бөгөн 15.00 сәғәттә “РӘСӘЙ” медиаүҙәгендә “Башҡортостанда коронавирус: ни өсөн республика сикләүҙәрҙе бөтөрөүҙең икенсе этабына әҙер түгел?” тигән темаға онлайн алымда үтәсәк матбуғат конференцияһы үтә. Уның барышында һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алыу мөмкинлегенә эйә.
Халыҡтың һорауҙарына республиканың һаҡлыу һаҡлау министры Максим Забелин, Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе урынбаҫары, БР буйынса баш дәүләт санитар табип урынбаҫары Галина Пермина, Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры, медицина фәндәре докторы, профессор Валентин Павлов яуап бирәсәк.
Конференцияны тура трансляцияла “Башҡортостан 24” (Уфанет - 165, Башинформсвязь – 29, һанлы – 54, Кристалл – 197, Ростелеком – 24 каналдары) һәм www.gtrk.tv сайтында ҡарарға мөмкин.
Һорауҙар ебәреү өсөн ватсап һандары: +79270825884.
Конференция эшендә әүҙем ҡатнашырға, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙҙы бирергә саҡырабыҙ.
Фото: staveconom.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: