+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июль 2020, 18:25

Мангалда скумбрия ҡыҙҙырабыҙ

Шешлек урынына скумбрия балығын әҙерләһәгеҙ, уңырһығыҙ. Сөнки балыҡта организмға кәрәкле витаминдар күп.

Бының өсөн туңдырылған скумбрия, майонез, гәрсис, кетчуп, һарымһаҡ, һуған, балыҡ өсөн аш тәмләткестәр, тоҙ, борос, көнбағыш майы кәрәк.
Тәүҙә скумбрияны иретәбеҙ. Майонез, гәрсис, аш тәмләткестәр, кетчуп, көнбағыш майы, тоҙ, борос ҡушып соус әҙерләйбеҙ. Уға ваҡ итеп туралған һарымһаҡ һәм һуған ҡушабыҙ. Барыһын да бергә бутағас, уны скумбрияға һөртәбеҙ ҙә 3-5 сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Мангалда әҙерләргә. Скумбрия тиҙ әҙерләнә һәм бик тәмле килеп сыға.
Читайте нас: