+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июль 2020, 19:15

Йондоҙнамә

Аҙна ни вәғәҙәләй?

Шишәмбе, 28 июль
Бөгөн йондоҙнамәлә финанс мәсьәләләр беренсе планға сығасаҡ. Йондоҙҙар әйтеүенсә, аҡсаға бәйле бөтә тармаҡтар һеҙҙән иғтибар талап итәсәк. Финанс эштәрендә аңлашылмаусанлыҡтар һәм бәхәстәр килеп сығыуы ихтимал. Үҙеңдең иҫәптәреңде тәртипкә килтереү, сығымдарыңды барлау өсөн бик тә ҡулай көн.
Шаршамбы, 29 июль
Бер генә көнгә булһа ла эш тураһында онотоп тороғоҙ. Шаршамбы ҡорған пландар, улар ниндәй генә ҙур булмаһын, ышаныслылығы менән айырылып тороуы икеле. Шуға финанс юғалтыуҙар булмаһын тиһәгеҙ, уларҙы тормошҡа ашырырға ынтылмағыҙ. Һатып алыуҙар булһынмы, финанс проекттар йәки һалыуҙар булһынмы – бик һаҡ эш итегеҙ. Хыялдарығыҙҙы ысынбарлыҡ итеп ҡабул итәһегеҙ икән, ныҡ яңылышаһығыҙ.
Кесаҙна, 30 июль
Әңгәмәләшеүҙәрҙә һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙгә күңелһеҙлектәр булмаһын, кәйефем төшмәһен тиһәгеҙ, аҡыл өйрәтергә һәм етәкселек итергә яратҡан кешеләрҙән алыҫ йөрөгөҙ, шул уҡ ваҡытта башҡалар менән үҙегеҙ ҙә юғары тонда һөйләшмәгеҙ. Дөйөм алғанда, көн бәхәстәр өсөн генә түгел, ижади эштәр өсөн дә бик ҡулай.
Йома, 31 июль
Бөгөн кәйефегеҙ әленән-әле үҙгәреп торор, уйламаған эш-ғәмәлдәр ҡылыуығыҙ бар. Былар барыһы көндөң эмоциональ фонына бәйле. Тирә-яҡтағыларҙың күбеһе хәл-ваҡиғаларҙы ҡырҡа ҡабул итә икән, аптырамағыҙ. Ошо айҡанлы йондоҙҙар башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларына һәм ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡағылмаҫҡа кәңәш итә – бының бик насар тамамланыуы ихтимал. Уның ҡарауы, көн амбицияларға бай булмаҡсы, ә был иһә эштә, карьерала, мөхәббәттә уңыштарға өлгәшергә ярҙам итер.
Шәмбе, 1 август
Шәмбе тәбиғәт һеҙҙе рухи көс, ныҡлы сәләмәтлек менән ҡыуандырыр. Көн аралашыуҙарға бай булмаҡсы, шуға күпселек ваҡытығыҙҙы күңелле компанияла, яҡындарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ менән бергәләп үткәреү теләге тыуыр. Үҙегеҙҙең дә, башҡаларҙың да эмоциялары менән идара итеү һис ҡасан булмағанса еңел бирелер. Көн танышыуҙар өсөн ҡулай (шул иҫәптән романтик танышыуҙар өсөн дә). Яңы танышлыҡ ахырҙа тәрәнерәк хистәргә әйләнеүе мөмкин.
Йәкшәмбе, 2 август
Йәкшәмбе һеҙҙә ижади тулҡын «ҡайнар». Интуицияғыҙ юғарылыҡта булырға вәғәҙә итә. Ә тирә-яҡтағыларҙың ҡылыҡтары логика менән генә түгел, эмоциональ дәлилдәр менән дә («теләйем» –«теләмәйем» һымағыраҡ) нығытыласаҡ. Бының арҡаһында үҙегеҙҙең теләктәрегеҙ һәм тойғоларығыҙ әсирлегендә булырһығыҙ. Яңы хобби, яңы дуҫтар, таныштар, яңы дошмандарығыҙ килеп сығыуы ихтимал. Хатта ғашиҡ булыуығыҙ мөмкин. Бынан тыш, сит кеше йоғонтоһона бирелеүегеҙ бар, шуның өсөн ни генә булһа ла, үҙ фекерегеҙҙә ҡала белегеҙ, бер кемдең дә һүҙен тыңламағыҙ.
Читайте нас: