+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Июль 2020, 12:25

Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллинаны юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Яҡташыбыҙ, шағирә бөгөн үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.

Ул Дәүләкән районының Мәкәш ауылында тыуған. Юғары белем алғас, «Йәшлек» гәзите редакцияһында хеҙмәт юлын башлай. 2008 йылдан бирле «Башҡортостан» республика гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә эшләй.
Шағирә, журналист, тәржемәсе Лариса Хашим ҡыҙы – башҡорт һәм рус телдәрендәге тиҫтәнән ашыу китап авторы, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы, Ә.Хәкимов исемендәге премия, «Илһам шишмәләре» төбәк-ара фестивале лауреаты.
Әлеге ваҡытта ул «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире. Танылған яҡташыбыҙҙы матур юбилейы менән ҡотлап, артабан да ижади уңыштар, яңынан-яңы бейеклектәр теләйбеҙ.
Читайте нас: