Улар илебеҙҙә барған коронавирус инфекцияһы таралыу менән бәйле хәл-торошто файҙаланып, төрлө ысулдар ярҙамында граждандарҙан аҡса урлау юлдарын уйлап таба.
Башҡортостанда йәшәүселәр үҙизоляцияны боҙған өсөн штраф түләүҙе талап иткән СМС-хәбәрҙәр ала башланы. Имеш, түләмәгән осраҡта уларға енәйәт яуаплылығы янай. Әгәр ошондай хәбәр алһағыҙ, уны юйығыҙ. Улар – мутлашыусылар.
Электрон почтаға фишинглы, йәғни ҡулланыусының шәхси пароль һәм логинына инеү мөмкинлеген асыусы һылтанмалар менән хат килә. Был һылтанма буйынса кредиттар түләүҙе кисектерергә, ирекмән ярҙамы һәм башҡа “бонустар” вәғәҙә итәләр. Кешене һылтанма буйынса үткәрергә һәм фиктив сайтта инеү өсөн түләү системалары, банк картаһы һәм башҡа шәхси мәғлүмәт ҡалдырырға тырышалар.
Арзан хаҡҡа медицина битлектәре һатабыҙ
Коронавирус тирәләй ажиотаж халыҡтың ҡурҡыуы һәм стресында аҡса эшләп ҡалырға ҡарар итеүселәр өсөн бик ҡулай. Ғөмүмән көрсөк ваҡытында тәүгеләрҙән булып мутлашыусылар әүҙемләшә. Уларға байыу өсөн иң яҡшы сығанаҡ -- медицина битлектәре һәм дезинфекция сараларына дефицит булыуы. Иң алдынғы мутсылар коронавирустан һаҡланыу менән бәйле был тауарҙарҙы һатыу өсөн “көрсөккә тиклем хаҡтар” буйынса хатта сайттар булдыра. Артабан бөтәһе лә билдәле: медицина битлеген арзан хаҡҡа алырға ҡарар иткән кешеләр мутлашыусылар сайтына инеп, тауар өсөн хаҡты банк картаһы йәки Яндекс кошелек аша түләһә, аҡсалары менән мәңгелеккә хушлаша. Бынан тыш, мутлашыусылар һәр кемгә лә телефон аша шылтыратып, транспортта (самолетта, поезда, автобуста) коронавирус инфекцияһы менән зарарланған кеше менән барыуҙары тураһында хәбәр итеүҙәре мөмкин. Был ишеткән хәбәрҙән ҡорбан паникаға бирелгән саҡта, бурҙар унан банк картаһы реквизиттарын белешергә тырыша.
Коронавирус интернет-мутсылыҡ ысулы айырым иғтибарға лайыҡ. Ҡара уйлы кешеләр Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, Роспотребнадзор һәм башҡа абруйлы сығанаҡтарҙан граждандарға зарарлы файл һәм программалар булған “бәхет хатын” ебәрәләр.
Айырыуса ныҡлы уйлап эш иткән мутлашыусылар йәнәһе коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә йүнәлтеләсәк тип халыҡтан аҡса йыйыу ойоштора. Улар йыйылған аҡсалар ауырыуҙан вакцина һәм дарыуҙар эшкәртергә, шулай уҡ пандемиянан зыян күреүселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәген вәғәҙәләй.
Енәйәтселәр коронавирустан күберәген 65 йәштән өлкәндәр ҡурҡыуы һәм ышанып барыусы граждандар булыуы тураһында яҡшы белә. Шуға күрә мутлашыусылар табип булып килеп, коронавирусҡа тест үтергә тәҡдим итеүҙәре мөмкин. Уларға ышанған кешеләр өйөнә индерһә, енәйәтселәр фатирындағы әйберҙәрҙе урлап сығасаҡ.
Ҡанда коронавирус барлығын билдәләгән “тестан” башҡа интернетта инфекциянан магия саралары менән һаҡланыу саралары тулы. Улар амулеттар, бетеүҙәр, мунсаҡтар һәм башҡалар. Һатып алыусыларға уларҙың “ҡытай сиренән” һаҡлаясағы гарантиялана. Хаҡтары 5 мең һумдан башлана, хатта 300 меңгә лә табырға мөмкин. Мәҫәлән, “шаман”дан браслет. Аңлашылыуынса, бөтә был магик бетеүҙәр коронавирустан файҙаһы юҡ һәм сирҙән ҡотҡармай ҙа. Ниндәйҙер амулеттың кемгәлер ниндәйҙер ауырыуҙан һауығырға ярҙам итеүе хаҡында фәнни яҡтан иҫбатланған осрағы юҡ.
Мутлашыусыларҙан нисек һаҡланырға?
1.Таныш булмаған кешеләргә ишек асмағыҙ. Әгәр үҙегеҙҙә коронавирус инфекцияһы менән зарарланыуға шик бар икән 8-800-2000-112 телефоны буйынса ҡыҙыу линияға шылтыратығыҙ.
2. Тик рәсми сығанаҡтар (РФ Хөкүмәте, Роспотребнадзор, төбәк хакимиәттәре, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайттары) мәғлүмәттәренә генә ышанығыҙ.
3. Ҡара уйлы кешеләрҙең сайттарына индереүсе шикле һылтанмалар буйлап үтмәгеҙ.
4. Шикле хаттарҙы асмағыҙ һәм уларҙағы файлдарҙы күсермәгеҙ.
5. Компьютерығыҙға һәм смартфонығыҙға шикле һылтанмалар буйлап үтеүҙе блоклаған яҡшы антивирус программаһын ҡуйығыҙ.
6. Браузер кэшен унда һаҡланған пароль һәм логиндарҙан даими таҙартығыҙ.
7. Бер кемгә лә, ниндәй генә хәлдә лә банк картағыҙҙың мәғлүмәтен бирмәгеҙ.
8. Паникаға бирелмәгеҙ, кәрәк булған осраҡта туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙға кәңәш һорап мөрәжәғәт итегеҙ. Улар һеҙҙе уйланмаған ғәмәлдәр ҡылмаҫҡа йоғонто яһай ала.
9. Коронавирустан гарантияланған һаҡ ҡуйырға йәки дауаларға вәғәҙәләгән гадалка һәм “дауалаусыларға” мөрәжәғәт итмәгеҙ.
Шулай ҙа һеҙ пандемия ваҡытында мутлашыусылар тоҙағына эләкһәгеҙ, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ.
Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының енәйәттәрҙе тикшереү эштәре барышын күҙәтеүҙә тотоу буйынса идаралығы.