-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Июль 2020, 20:45

Ҡорбан Ғәйете мөбәрәк булһын!

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем, ихлас күңелдән һеҙҙе изге байрам Ҡорбан Ғәйете менән тәбрик итәм!

Ҡорбан — Аллаһҡа яҡын булыу тигән һүҙ. Изге көндә, изге ваҡыттарҙа ҡылған изге, сауаплы ғәмәлдәрегеҙ, доғаларығыҙ ҡабул була торған миҙгелдәрҙә күңелдәрегеҙҙе игелеккә йүнәлтеп, тирә-яҡҡа мәрхәмәт күҙҙәре менән ҡарарға өйрәнеп һәр берегеҙгә лә Аллаһҡа яҡынайырға, Уның ризалығына, рәхмәтенә ирешергә насип булһын.
Изге Ҡөрьәндә Аллаһ Тәғәлә әйтә: “Беҙ һәр өммәт өсөн ҡорбан салыуҙы тәртип иттек. Үҙҙәренә ризыҡ булырға тейешле дүрт аяҡлы малдарҙы салғанда Аллаһ исемен телгә алһындар, тип. Бына һеҙҙең Раббығыҙ- Ул берҙән-бер-Аллаһ. Шулай булғас, Уға итәғәт итегеҙ. (Эй, Мөхәммәд) Һин ихлас күңеллеләрҙе һәм тыйнаҡ итәғәтселәрҙе һөйөнсөлә. Аллаһ исемен ишетеүгә үк уларҙың йөрәктәре хөрмәт менән тетрәр. Баштарына төшкән ауыр һынауҙарҙы улар сабырлыҡ менән уҙҙыра. Улар намаҙ уҡый, үҙҙәренә бирелгән ризыҡтарҙан (Аллаһ юлында) башҡаларға ла өлөш сығаралар.” (Хаж сүрәһе, 34-35 аяттар).
Ғәйет көндәрендә шөкөр менән ҡорбан салабыҙ, ҡыйын, ауыр хәлдә ҡалғандар менән, туғандар, яҡындар, күршеләр менән ҡорбан итенән ауыҙ итәбеҙ, сөнки беҙ был көндөң изге мәғәнәһенә ирешергә, Аллаға итәғәт итеүебеҙҙе күрһәтерһә тырышабыҙ.
Әммә нисек беҙ Алланың ризалығы-рәхмәтенә лайыҡ була алабыҙ? “...Уларҙың (ҡорбанға салынған малдарҙың) ите лә, ҡаны ла Аллаһҡа барып етмәй, Уға фәҡәт һеҙҙең тәҡүәлегегеҙ генә барып ирешә.” (Хаж сүрәһе, 37 аят).
Хаҡ иман- Аллаһынан бирелә торған иләһи иман. Уның әҫәре кеше менән кеше аралышып йәшәүҙә, иләһи канундар боҙолмай үтәлеүҙә, кешенең кеше булып ҡалыуында, үҙ ҡарашыңды башҡаларға көсләп таҡмауҙа күренә. Һәр пәйғәмбәр: Әҙәм һәм Нух, Ибраһим һәм Муса, Ғайса һәм Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, һәм башҡалары барыһы ла хаҡ иманды һәм Алланың хаҡ әмерҙәрен бөтөн кешелеккә еткерҙеләр.
“Эй, Әҙәм балалары! Дөрөҫлөктә, Беҙ һеҙҙе бер ир, бер ҡатындан барлыҡҡа килтерҙек. Бер-берегеҙ менән аралашығыҙ тип, һеҙҙе ҡәүемдәр һәм ҡәбиләләргә айырҙыҡ. Дөрөҫлөктә, гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡҡан кеше Аллаһ ҡаршыһында иң оло абруй ҡаҙаныр. Шөбһәһеҙҙер, Аллаһ барыһын да белеп, барыһынан да хәбәрҙар булып тора!” (Хужурат сүрәһе, 13 аят)/
“Изгелек итеүҙә, яман эш ҡылыуҙан һаҡланыуҙа бер-берегеҙгә ярҙамлашығыҙ. Гөнаһ ҡылыуҙа, дошманлыҡ эштәрендә ярҙамлашмағыҙ. Гөнаһлы булып, Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙән ҡурҡығыҙ. Аллаһтың язаһы бик тә хәтәр булыр!” (Маидә сүрәһе, 3 аят).
Әҙәм балаһы, иманлы бәндә Раббыһының рәхмәте-ризалығына ҡоро һүҙ әйтеү менән генә түгел, ә бәлки үҙенең ихласлығы, хаҡ иманы һәм изге, сауаплы ғәмәл ҡылыуҙа тырышыуы менән генә ирешә ала. Һәм онотмайыҡ- кешенең ихласлығы, иманы , изге ниәте был донъяла һынала, һәм Ҡиәмәт Көндө былар өсөн яуабы бар.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйтте: “Хәрәмдән тыйыл- ғибәҙәт ҡылыусы, игелекле булырһың! Булғанына риза бул- бай булырһың! Күршеңә изгелек ҡыл- иманлы булырһың! Үҙеңә теләгән (яҡшы нәмәне) башҡа кешеләргә лә телә- мөьмин булырһың! Һәм күп көлөргө ғәҙәтләнмә- күп көлөү күңелде (йөрәкте) үлтерә!”
Бер ваҡыт бер сәхәбә йөрәгенең ҡатылығына зарланғас пәйғәмбәребеҙ уға былай тине: “... етемдең башын һыпыр, ас булғанды ашат- күңелең йомшарып китер, һәм теләгәнеңде табырһың....!”
“Күрше хаҡы-Аллаһ хаҡы!”- тине пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм. Һәм ишулай уҡ: “Һеҙ Аллаға иман килтермәй тороп йәннәткә керә алмаҫһығыҙ! Әммә бер-берегеҙҙе һөймәйсә иман килтерә алмаҫһығыҙ! Быға юл күрһәтәйемме һеҙгә?!- сәләм (именлек) таратығыҙ!”-быға ахырзаман пәйғәмбәре Мөхәммәд ғәләйһиссәләм өйрәтә ине!
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем,
Бөйөк Раббыбыҙ Аллаһ барығыҙға ла йән һәм тән сәләмәтлеге, тауфиҡ-һидәйәт бирһен. Хәйерле тормоштар менән ғүмер итеп, Аллаһ ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәүҙәрҙе насип итһен. Ил-көндәребеҙ имен һәм тыныс булһын! Бер-берегеҙҙе хөрмәт итеп, туғандар шикелле булығыҙ.
Аллаһының һеҙгә сәләме, рәхмәте һәм бәрәкәте булһын!
Изге Байрам тәбриктәре менән Дәүләкән районы имам-мохтасибы Рәфис хәҙрәт Сафин.
Читайте нас: