+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август 2020, 13:10

АВГУСТ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР

Тәбиғәт күренешен күҙәтеү – борондан килгән ғәҙәт, сөнки элекке замандарҙан алып кешенең тормошо тәбиғәт күренештәренә бәйле булған.

Хәҙер ҙә игенселек һәм баҡсасылыҡтағы отоу-отолоуыбыҙ күп осраҡта йылдың нисек килеүенә, һауа торошона, яуым-төшөмдөң булыу-булмауына бәйләнгән. Шуны билдәләргә кәрәк: күп йылдар һыналып килгәнгә күрә лә халыҡ һынамыштарының күбеһе ысынға тура килә.
Август – көҙ бағыр.
Августа ураҡ ҡыҙа, һыу һыуына.
Августа көндәр аяҙ булһа, көҙ ямғырлы һәм бысраҡ булыр.
Йәшен күп булһа, баланды ҡырау алыр.
Һауала һаҙағай уйнаһа, иген уңыр.
7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон да булыр.
Ашлыҡ урғанда һалам шыртлап һынһа, ямғыр булыр.
16 августа көслө һалҡын ел иҫһә – һыуык ҡышҡа, йылы ел иҫһә –йомшаҡ, ҡарлы ҡышҡа.
19 август ҡоро булһа, көҙ ҡоро була, дымлы булһа – ямғырлы көҙ килә, аяҙ булһа – ҡырыҫ ҡышҡа.
Сөмбөләлә арыш сәс, тамағың булмаҫ ас (сөмбөлә тип 22 августан 22 сентябргә тиклемге осор аталған).
21 авгусҡа ҡарап ғинуарҙың холҡон фаразлап була.
31 август әрем тамырын ҡарағыҙ, әгәр йәш тармаҡтары ҡалын булһа – киләһе йылда уңыш мул булыр.
Читайте нас: