+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Август 2020, 13:55

3 август - Халыҡ-ара Ҡарбуз көнө

Ҡарбуз диетаһы, ябығырға ғына ярҙам итеп ҡалмайынса, организмдан шлактарҙы һәм ағыулы матдәләрҙе лә сығара.

Ҡарбуз тимер, фосфор һәм кальцийға бай. Унда айырыуса магний күп. Магний организмдан насар холестерин сығара, тән тиреһен һығылмалы итә, ҡан баҫымын көйләй, бөйөр һәм бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта. Организмды көндәлек күләмдәге магний менән байытам, тиһәң, 150 гр ҡарбуз ашау ҙа етә.
Уның составындағы калий иһә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә.
Бөйөр һәм бауыр, атеросклероз, гипертония һәм эсәклек ауырыуҙарынан яфаланыусыларға уны күпләп ашарға кәрәк. Әммә бөйөрҙәре менән айырыуса проблемалар булғандарға уны һаҡ ҡулланырға кәңәш ителә.
Кемдәр шәкәр даибеты менән ауырый уларға ҡарбуз ашау зарарлы.
Читайте нас: