+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Август 2020, 14:50

Вәхши һунарға сыҡҡан...

Ошо көндәрҙә Дәүләкән районында башҡа һыймаҫлыҡ ҡурҡыныс хәл теркәлгән.Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.

Дәүләкән районында 63 йәшлек ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән.
Сапай ауылында йәшәгән ханым әйтеүенсә, төнөн уның йортона иҫерек бер әҙәм бәреп ингән һәм уны мыҫҡыллаған.
Асыҡланыуынса, енәйәтсегә 22 йәш. Быға тиклем уны машина ҡыуып алып киткәне һәм үлем менән янағаны өсөн хөкөм иткәндәр.
Ә әлеге енәйәт төнөндә ул күп итеп алкоголле эсемлектәр ҡулланған, унан тәҙрә рамын емергән һәм оло йәштәге ҡатындың өйөнә инеп, уға ташланған.
Ир ғәйебен таныған, енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: lh3.googleusercontent.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/V-hshi-unar-a-si-an-391946/
Читайте нас: