Серек һәм зыян күргән йәшелсәне шунда уҡ ситкә алып ташлағыҙ. Ҡыяр һәм помидорҙың артыҡ өлгөрөүенә юл ҡуймайынса, 2–3 көн һайын йыйып алып тороғоҙ. Уртаса өлөгөрөүсе картуфты ҡаҙып алығыҙ һәм ҡояшта яҡшылап киптерегеҙ. Уңыштың бер өлөшөн һаҡлауға һалырға, ә икенсе өлөшөн ҡулланырға мөмкин. Үҫемлек сүп-сарын компостҡа өйөгөҙ. Тиҙ өлгөрөүсән йәшелсә һәм тәмләткестәр ултыртығыҙ. Түтәлдәр бушай. Уларға петрушка, укроп, салат, торма йә иһә сөгөлдөрҙөң һалҡынға сыҙам сорттарын ултыртырға мөмкин. Теплицаға редис, һуған, борсаҡ, брокколи, ҡыярҙың иртә өлгөрөүсе сортын, тәпәш үҫеүсе томат сәсә алаһығыҙ. Эштәр барышында сәсеү әйләнеше ҡағиҙәләрен мотлаҡ иҫәпкә алығыҙ. Ҡоротҡостарға һәм ауырыуҙарға ҡаршы көрәшегеҙ. Августа томат, картуф, борос һәм баклажан фитофторанан зыян күрә, шуға ла теплицаны даими елләтегеҙ, ә картуфты бейек итеп күмегеҙ. Был осорҙа ауырыуҙарға ҡаршы халыҡ ысулдарын ҡулланырға тырышығыҙ. Бактериоз, пероноспороз йә иһә антракноз менән сирләүсе ҡыярға Фитоспорин һибегеҙ, сөнки баҡырлы препараттарҙы хәҙер ҡулланыу хәүефле. Йәшелсә әсе тәм бирмәһен өсөн, һыуҙы дөрөҫ һибеү, ҡоротҡостарҙан һаҡлау тураһында ҡайғыртығыҙ.
Томаттарҙың артыҡ үренделәрен алып ташлағыҙ, ян үренделәрен генә түгел, сәскәлектәрен дә өҙөп алығыҙ, сөнки улар уңыш бирергә өлгөрмәйәсәк инде. Уңыш өлгөрөүен тиҙләтеү өсөн, ҡош тиҙәге төнәтмәһен һибегеҙ. Уны әҙерләү өсөн 0,5 кг ҡоро ҡош тиҙәгенә 10 л һыу ҡойола, пленка менән ябып, 3–5 көн төнәтелә. Алынған иретмәгә 1:20 нисбәтендә һыу ҡушыла һәм һәр үҫемлек төбөнә 1 л һибелә. Ҡыярҙы өҫтәмә туҡландырығыҙ. Был йәшелсә лә өҫтәмә туҡландырыуға мохтаж. Бигерәк тә икмәк йомшағы, көл һәм сүпрә менән рецептар яҡшы һөҙөмтә бирә. Уңыш биреү тамамланыуға күп ҡалмаған, ләкин уны оҙайтырға мөмкин. Арырыуҙар таралыуын киҫәтеү өсөн, даими рәүештә ҡарт һәм зыян күргән япраҡтарҙы өҙөп ташлағыҙ. Һыу һибеүҙе көйләгеҙ. Айҙың һуңғы айы ҡайһы саҡ ярайһы уҡ эҫе була, шуға ла култураларға һыу һибеү тураһында онотмағыҙ. Бигерәк тә баклажанға иғтибар итегеҙ, 5–7 көн һайын һәр үҫемлеккә 3 л һыу һибегеҙ. Кәбеҫтәнең күсәне формалаша, шуға ла уға 1 кв. метрға 2–3 биҙрә һыу иҫәбенән һибергә кәрәк. Тамыраҙыҡтарға артыҡ дым кәрәкмәй, юғиһә сөгөлдөрҙөң тәме насараясаҡ, ә кишер ярылып бөтәсәк. Айҙың тәүге яртыһында һуғанға һәм һарымһаҡҡа һыу һибеүҙе туҡтатығыҙ. Уларға хатта бик ҡоро көндә лә һибергә кәрәкмәй.
Һуған һәм һарымһаҡ ҡаҙып алырға әҙер. Һыу һибеүҙе туҡтатҡанһығыҙ, хәҙер инде йәшелсәнең өлгөрөүен тиҙләтергә кәрәк. Һарымһаҡтың ҡыяҡтарын төйөн яһап бәйләп ҡуйырға мөмкин, үҫемлектең бөтә көсө башын формалаштырыуға йүнәләсәк. Һуғанды һаҡ ҡына һәнәк менән, тамырҙарын зарарлап, күтәреп сығырға була. Һөҙөмтәлә туҡлыҡлы матдәләр япраҡтарҙан һуғанбаштарға күсәсәк. Августың икенсе яртыһында, ҡыяҡтары һарғая башлағас, һарымһаҡ менән һуғанды йыйып алырға була. Уңыш биреүсе үҫемлектәрҙе өҫтәмә туҡландырығыҙ. Ҡыяр менән томаттан тыш, баклажан менән татлы боросҡа ла өҫтәмә туҡландырыу талап ителә. Улар өсөн туҡлыҡлы үлән төнәтмәһе әҙерләгеҙ: кесерткән, юл япрағы һәм башҡа үләндәрҙе ваҡлағыҙ, биҙрәнең өстән бер өлөшөнә һалып, еңелсә тығыҙлағыҙ. 100 г сүпрә һалып, йылы һыу ҡойоғоҙ. Ҡатнашманы ике тәүлек төнәтегеҙ, һуңынан 1 л әҙер төнәтмәгә 10 л һыу ҡушып, түтәлдәргә һибегеҙ. Тамыраҙыҡтарҙы һирәкләп сығығыҙ. Августың тәүге яртыһында сөгөлдөр менән кишерҙе һирәкләгеҙ. Сөгөлдөр араһында 6–8 см, кишерҙәр араһында 4–5 см арауыҡ ҡалырға тейеш. Ҡулланырға яраҡлы эре тамыраҙыҡтарҙы, шулай уҡ зыян күргәндәрен йыйып алығыҙ. Һабаҡтарҙы түтәлдәрҙә ҡалдырмағыҙ, юғиһә кишер һәм сөгөлдөр себене йыйыласаҡ. Буш ҡалған түтәлдәрҙә киләһе йылда нимә ултыртасағығыҙҙы уйлағыҙ. Кәбеҫтә, ҡыяр һәм ужым һарымһағынан һуң нимә ултыртырға кәрәклеген билдәләргә ваҡыт. Әлегә ер буш тормаһын өсөн, 2-се пункттағы кәңәштәрҙе файҙаланығыҙ йә иһә түтәлдәргә сидераттар сәсегеҙ, улар тупраҡ торошон яҡшыртасаҡ.