+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Август 2020, 18:00

Ураҡ ҡыҙғандан-ҡыҙа

Ырҙын табаҡтарына яңы ашлыҡ килә

Быйыл районда урып йыйыу эштәре ике аҙнаға иртәрәк башланды. Быға аномаль эҫелек һәм оҙаҡ ваҡыт ямғырҙарҙың яумай тороуы булышлыҡ итте. Хужалыҡтар иң тәүҙә ужым арышын һәм ужым бойҙайын һуға башланы. Урып йыйыу эштәрен тәүгеләрҙән булып Р.Ш. Хөснөтдинов крәҫтиән-фермер хужалығы башланы. Уның сәсеү майҙандары Көрмәнкәй ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан. Ауыл хужалығы баҙарында был хужалыҡ 2011 йылдан бирле эшләй. Былтыр улар үҙҙәренең баҫыуҙарына «Сулпан - 7» сортлы ужым арышы, «Башкирская -10» сортлы бойҙай, ә яҙ көнө һоло, борсаҡ, рапс сәскән. 18 июлдә был хужалыҡ ужым арышын һуғып алырға төштө. 376 гектар майҙандың 286 гектарында урып йыйыу эштәре башҡарылған, гектар ҡеүәте – 30,6 центнер. Иген тураға һуғып алына. Баҫыу эштәренә етәкселек итеүсе Йәмил Арыҫланов әйтеүенсә, һуңғы көндәрҙә яуған көслө ямғырҙар ураҡ эштәрен бер аҙ тотҡарлаған, әммә аграрийҙар һәр аяҙ көндө файҙаланып, игенде юғалтыуҙарһыҙ йыйып алырға тырыша.
Комбайнер Алгиз Шәмсетдинов кискә тиклем баҫыуҙа. Ул 2011 йылдан бирле ауыл хужалығы тармағында хеҙмәт һала. Тәжрибәле механизатор «Vector 410» комбайнына идара итә, урып йыйыу агрегатының эске ҡоролошон яҡшы белә. Хужалыҡта бер генә комбайн булғанлыҡтан, сәселгәнде үҙҙәренең көсө менән генә йыйып алыу мөмкин түгел, шуға күршеләре ярҙамға килә. Быйыл ҡыҙыу ураҡ көндәрендә хужалыҡҡа күрше Әлшәй районынан В.Ғ. Ғималетдинов КФХ-һы эшсәндәре ярҙам итә. Аграрийҙар араһында был ғәҙәти күренеш.
Водителдәр Илмир Мәүлийәров, Илгиз Хәлилов, Рәил Ғәитов игенде өҙлөкһөҙ ташып тора.
Ураҡ менән бер рәттән ужым культуралары сәсеү өсөн 760 гектар майҙанда пар баҫыуҙары эшкәртелә, ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләнә. Был участкала Евгений Нестеренко, Нияз Хөснөтдинов, Азат Шәрипов, Хәлил Мөхәмәтдинов көс һала.
Игенселектән тыш, был хужалыҡ малсылыҡ менән дә шөғөлләнә. Төп иғтибар йылҡысылыҡҡа бирелә. Дим йылғаһы буйындағы иркен яландар, йәшел болондар ат көтөүе өсөн бигерәк тә ҡулай. Был йәйге көндәрҙә улар файҙалы эсемлек- ҡымыҙ яһай. Ҡыш көндәрендә аттар тибенгә сығарыла – улар ҡар аҫтынан үҙҙәренә аҙыҡ таба.
Читайте нас: