+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Август 2020, 14:00

Ҡыяр һәм помидор өсөн маринадтар

Түбәндәге яҙма һеҙҙе әсе-татлы маринадтар әҙерләү серҙәренә өйрәтер.

Кәңәштәребеҙҙе тотһағыҙ, кетерләп торған ҡыярҙар, әсе-татлы помидорҙар ҡыш буйы табындарығыҙҙан өҙөлмәйәсәк. Бары тик иренмәйенсә ең һыҙғанып эшләргә генә кәрәк.
Ҡыяр өсөн
Бер литр һыуға 1,5 аш ҡашығы тоҙ, 3 аш ҡашығы шәкәр ҡомо алына. Шуға 3 аш ҡашығы 9 процентлы аш һеркәһе өҫтәлә, йәнегеҙ теләгәнсә, тәмләткестәр ҡушыла.
Помидор өсөн
Бер литр һыуға 1 аш ҡашығы тоҙ, 5 аш ҡашығы шәкәр ҡомо алына. Шуға 2,5 аш ҡашығы 9 процентлы аш һеркәһе ҡушыла. Тәмләткестәрҙең күләме - үҙ ихтыярығыҙҙа.
Ассорти өсөн
Бер литр һыуға 1 аш ҡашығы тоҙ, 2 аш ҡашығы шәкәр ҡомо алына. Шуға 2 аш ҡашығы 9 процентлы аш һеркәһе өҫтәлә, үҙегеҙ теләгәнсә тәмләткестәр ҡушыла.
Өҫтәлдәрегеҙ мул, ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: