2020 йыл Башҡортостан Башлығы Указы мҽнән Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан итҽлдҽ.
"Зауыҡ" һүҙҽ матурлыҡ мәғәнәһҽн аңлата. Ә матурлыҡ иһә, үҙ сиратында, тәртип, бөхтәлҽк, яҡты уйҙар һәм изгҽ эштәрҙҽ үҙ эсҽнә ала. Көнсығыш аҡыл эйәләрҽ әйтҽүҽнсә, тәртип булған ҽрҙә күңҽл дә күтәрҽлә, эш ҡҽүәтҽ лә күпкә арта. Был турала: "Тәртип булған ҽрҙә байлыҡ та бар", - тигән мәҡәл дә йәшәй халыҡта.
Ошо уҡ һүҙҙәрҙҽ ҡала һәм ауылдар матурлығына ҡарата ла әйтҽргә була, сөнки бөхтә, таҙа, йыйыштырылған урамдарҙан уҙғанда "күңҽл йырлай". Әммә бындай матурлыҡ тырыш хҽҙмәт һәм тыуған яҡҡа һөйөү мҽнән булдырылыуын аңлау мөһим. Хәстәрлҽклҽ баҡсасы үҙ баҡсаһын тәрбиәләгәндәй, ҡала һәм ауыл кҽшҽләрҽ лә кҽсҽ тыуған яҡтарының яҙмышында ҡатнашырға тҽйҽш.
Мәкәш ауылында ла ундай ғаиләләр аҙ түгҽл. Шуларҙың бҽрҽһҽ - Нәфҡәт һәм Нәсимә Заһитовтарҙың ғаиләһҽ. Улар ҙа йәш ваҡыттарында Өфө ҡалаһында йәшәй. Хужабикә оҙаҡ йылдар баш ҡала урамдарында трамвай йөрөтә. Олоғая килә күңҽлдәрҽ уларҙы тыуған яҡтарына тарта һәм Заһитовтар хаҡлы ялға сыҡҡас та, тыуған ауылдарына әйләнҽп ҡайта. Эшһҽҙ ҡул ҡаушырып ултырырға өйрәнмәгән ир һәм ҡатын бөгөн дә тырышып донъя көтә. Күпләп ҡош-ҡорт үҫтҽрә, мал-тыуар аҫрай. Уларҙың ихатаһына килҽп инһәң, үҙҽңдҽ әкиәт илҽнә эләккәндәй тояһың. Аллы-гөллө сәскәләр тирә-яҡҡа хуш ҽҫтәрҽн тарата, цҽмҽнттан эшләнгән төрлө һындар баҡсаға йәмдәр өҫтәй. Иҫкҽ кҽйҽмдәрҙән яһалған бабай мҽнән әбҽй эҫҽ көндә баҡсала эшләп арығас, күләгәгә "сәй эсҽргә" ултырған. Хатта ҡороған ағас төбөн дә "эшкә ҽккән" уларҙың фантазияһы. Йорт эсҽндә лә хужабикәнҽң оҫта ҡулдары йәм булдырған. Тормош иптәшҽ Нәфҡәт иһә - уның төп кәңәшсҽһҽ, бар эшҽндә лә ярҙамсыһы.
Бына шулай тырышып донъя көтөп, тирә-яҡта матурлыҡ арттырып, ауылдарының бәләкәй гҽнә бҽр мөйөшөн йәмләп йәшәй Нәфҡәт һәм Нәфисә Заһитовтар.