Ул үҙенең эшен республика Башлығы Указына нигеҙләнеп ћәм Роспотребнадзорҙың бөтә тәҡдимдәрен дә күҙәтеп башлай, әлбиттә. Дөрөҫ, уның эш тәртибе башҡасараҡ буласаҡ: 15.00 сәғәттән 22.00 сәғәткә тиклем. Бассейнда һәр ҡайһыһы бер сәғәттән ашыуыраҡ булған дүрт инеү ойошторола. Уларҙың һәр ҡайһыһынан һуң бинала Санпиндың бөтә нормалары буйынса санитар эшкәртеү уҙғарыласаҡ. Коронавирус инфекцияћы таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн бассейнға тик алдан яҙылыу буйынса ғына килергә мөмкин.
Ә «Самбо-75» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе билбауҙарҙа көрәш, самбо, дзюдо, милли көрәш, бокс, йөҙөү, спорт акробатикаһы, мини-футбол һәм шахмат менән шөғөлләнергә теләгәндәрҙе ҡабул итеү ойошторолған. Ата-әсәләр был секцияларға балаларын әле үк яҙҙыра ала. Бының өсөн Дәүләкән ҡалаһы, Завод урамы, 1 а адрҽсы буйынса «Самбо-75» балалар-үҫмҽрҙәр мәктәбенә 9.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклҽм мөрәжәғәт итергә генә кәрәк.
Бҽлҽшмәләр өсөн тҽлҽфон: 8 (34768) 3-16-57.
Ольга Юдина.