Йәшел помидорҙы йыуып, мейестә йомшарғансы бешереп алырға ла ит турағыс аша үткәрергә. Тәменә ҡарап тоҙ, борос өҫтәргә, үҫемлек майында ҡыҙҙырылған ваҡ ҡына һуғандарҙы һалырға. Буталған ҡатнашмаларҙы ярты литрлы банкаларға һалырға (3/4). Өҫтөнә ҡайнар томат соусы ҡойоп, ярты сәғәт стерилләгәс, банкаларҙы ҡапларға.
Томат соусы өсөн бешкән ҡыҙыл помидорҙар 20 минут быҡтырыла һам иләк аша үткәрелә. Эҫе ҡатнашмаға тәменсә лавр япрағы, бөртөклө борос, ваҡланған йәшел тәмләткес үләндәр, һарымһаҡ, шәкәр, тоҙ һалып, 2-3 минут бешерергә.