Рәсәйҙә ул 1939 йылдан алып, август айының икенсе шәмбеһендә билдәләнә. Хәҙерге йәмғиәттә физик культураны үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Ил халҡының сәләмәтлеге, физик үҫеше кеүек күрһәткестәр физкультураның ниндәй кимәлдә булыуын сағылдыра.
Һуңғы арала спорт саралары йылдан-йыл әүҙемләшә, унда профессиональ спортсылар ғына түгел, уҡыусылар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә әүҙем ҡатнаша.
Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү бөгөн социаль сәйәсәттең, милли мәҙәниәттең һәм халыҡтың рухи яҡтан камиллашыуының айырылғыһыҙ өлөшө. Шуға күрә кешеләрҙең һаулығын һаҡлау һәм нығытыу өсөн шарттар тыуҙырыу, сәләмәт тормош алып барыу тәртибен формалаштырыу буйынса системалы саралар күреү көнүҙәктә. Ошо йәһәттән физкультура һәм спорт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр иҫәбен арттырыу буйынса эш дауам ителә.