Төҙөүселәр хеҙмәте айырыуса халыҡ тормошоноң матди һәм мәҙәни кимәлен күтәреү өсөн кәрәк. Бөтә донъя иҡтисади көрсөгө шарттарында ла яңы етештереү ҡеүәттәрен сафҡа индереү, төҙөлөш индустрияһы үҫеше, күперҙәр, юлдар һалыу, ҡала һәм ауылдарҙа социаль өлкә объекттары төҙөү дауам итә. Торлаҡ төҙөлөшөнә, шул иҫәптән аҙ ҡатлы төҙөлөшкә, торлаҡ объекттарының ҡулланыу үҙенсәлектәрен яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирелә.