Бына күптән түгел күп һанлы конкурстарҙың береһе тамаланды. Ул «Күңел һәр саҡ йәш!» тип аталды. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша һәм бейеүгә булған оҫталығын күрһәтә алды. Конкурста олоһо ла, кесеһе лә бик әүҙем ҡатнашты, бейеүселәрҙең видеояҙмалары күпләп килде.
Һеҙҙең иғтибарға Иҫке Көрмәнкәй ауылында йәшәүсе Ғәлиәхмәтова Гөлдәр һәм Мәхмүтова Рүзилә башҡарыуындағы бейеүҙең яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. Был ханымдарҙың матур сығышы һеҙҙең күңелдәргә лә хуш килер, тип уйлайбыҙ. Улар бейеүҙе ҡуйыуға ла ижади күҙлектән ҡараған.
Бейеүселәр менән бер аҙ таныштырып китәбеҙ.
Ғәлиәхмәтова Гөлдәр Миңнулла ҡыҙы – Иҫке Көрмәнкәй ауылы килене. Тормош иптәше Фәнил менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, яҡшы белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Әлеге көндә уртаҡ шатлыҡтары булған ейәнсәрҙәре Амелияны тәрбиәләшәләр. Ихата тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайҙар, баҡсала йәшелсә, төрлө еләк-емеш үҫтерәләр. Алтын ҡуллы Гөлдәр сигеү-тегеү эштәренә маһир, бәйләргә ярата. Буш ваҡыттарында үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөй. Ауылда уҙғарылған бер генә саранан да ситтә ҡалмай.
Мәхмүтова Рүзилә тормош иптәше Таһир менән ауылда төпләнеп донъя көтә. Ике бала тәрбиәләйҙәр. Әле балалары икеһе лә – студенттар, Өфө ҡалаһында белем алалар. Рүзилә Иҫке Көрмәнкәй ауылынында клуб мөдире булып хеҙмәт һала. Уларҙың ғаиләһе лә шулай уҡ күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Рүзиләнең яратҡан шөғөлө – аллы-гөллө сәскәләр үҫтереү.
Бына шундай тулы тормош менән йәшәй Иҫке Көрмәнкәй ауылынан Гөлдәр Ғәлиәхмәтова һәм Рүзилә Мәхмүтова. Улар әйтеүенсә, ауыл кешеһенең эше тауыҡ сүпләһә лә кәмемәҫлек булһа ла, мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып тороп, күңелле итеп ял ойоштороп алырға ла мөмкин. Ә күңелле тормош менән йәшәгәндәр һис ҡартаймай, уларҙың күңеле һәр саҡ йәш ҡала!