0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Август 2020, 18:00

Сәғәт эсендә кеше ултырамы?

Амстердам аэропортына барған кешеләр бинаның түшәме аҫтына тиерлек урынлаштырылған ғәҙәти булмаған сәғәткә тап була.

Әйтерһең дә уның эсендә кеше ултыра... Механизм эсенә бикләнгән ниндәй эш һөйәр кеше алһыҙ-ялһыҙ сәғәт телдәрен төшөрөп, юйып ултыра һуң?
Әммә, был әлбиттә, ысынбарлыҡтағы кеүек күренгән туҡтауһыҙ әйләнеп торған видеоролик ҡына.
Әйтергә кәрәк, уны төшөрөү өсөн дизайнер Маартен Баасҡа ысынында циферблат буйлап сәғәт һәм минут уҡтарының тулы циклы менән видео төшөрөргә тура килә.
Нисек кенә булмаһын, был ғәҙәти булмаған сәғәт аэропорт ҡунаҡтарына бик оҡшай һәм уларҙың һоҡланыулы ҡарашын үҙенә тартып тора.
Материалдар, фото: Mydiskoveries.ru
Читайте нас: