+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Август 2020, 21:00

Сәғәт ваҡыт һанарға өйрәтә

Донъяла тағы ла бер ғәҙәти булмаған сәғәт бар.

Хәҙерге заман кешеһе мәктәпте тамамлағандан һуң математиканан бик иҫәпләп бармай, сөнки ҡул аҫтында теләһә ниндәй мәсьәләләрҙе лә тиҙ генә сисә алған төрлө гаджеттар бар.
Ғәҙәти булмаған AlbertClock cәғәтен уйлап сығарыусылар был хәлгә сик ҡуйырға һәм беҙҙе йышыраҡ иҫәпләргә ҡушырға уйлаған. AlbertClok сәғәтенә күҙ һалыу менән кешеләр ирекһеҙҙән ҡуша, ҡабатлай һәм бүлә башлай, сөнки дөрөҫ ваҡытты белеү өсөн бер нисә ябай математик операция ғына башҡарырға кәрәк.
Сәғәттең 4 кимәл ҡатмарлылығы бар, ә бәләкәй мәсьәләләр һәр минут һайын яңырып торорға мөмкин.
AlbertClok сәғәте тәү сиратта мәктәп кластарында урынлаштырыу өсөн сығарыла, әммә ваҡыт үтеү менән был ғәҙәти булмаған прибор өлкәндәрҙә лә ҙур популярлыҡ менән файҙалана - мәҫәлән, өйҙә һәм эш урынында ҡуйыу өсөн.
Сәғәттең минималь дизайны иң мөһиме нәмәнән - дөрөҫ ваҡытты иҫәпләп сығарыуҙан иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәй.
Материалдар, фото: Mydiskoveries.ru
Читайте нас: