+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Август 2020, 13:05

Юл ҡағиҙәләрен – балаларға!

Мәкәш ауылы китапханаһында балалар өсөн «Юлдың һәр ҡағиҙәһен балалар ныҡлы белһен!» тигән уйындар ярҙамында ҡағиҙәләр менән таныштырыусы сара уҙҙы.

Китапханасы кескәйҙәргә ҡалаларҙа, ауылдарҙа һәм юлдарҙа булған юл фажиғәләрендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белмәүҙәре йәки бөтөнләй үтәмәүҙәре арҡаһында балаларҙың бик йыш зыян күреүе тураһында һөйләне. Сараға йыйылыусылар китапханасының юл билдәләре һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында һөйләүен ҙур иғтибар менән тыңланы.
«Йәйәүле әлифбаһы» тигән мауыҡтырғыс конкурста балалар яңы юл билдәләре менән танышты. «Йомаҡтар киҫелеше»ндә улар юл тематикаһына арналған ребустар, йомаҡтар систе, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, тәҡдим ителгән яуаптар вариантынан дөрөҫтәрен һайлап алды. Кескәйҙәр транспорттың ниндәй төрҙәре барлығын иҫкә төшөрҙө, юл киҫелешенең, тротуарҙың, йәйәүлеләр өсөн юлдың һәм «зебра»ның ни икәнен аңлатып китте һәм башҡалар. Шулай уҡ светофорҙың ҡыҙыл, һары, йәшел уттары ни тураһында киҫәтеүен иҫкә төшөрҙө. Ә күңелле «Автомульти» конкурсында яратҡан әкиәт геройҙарын һәм уларҙың транспорт сараларын хәтерҙәренә төшөрҙө. Мәҫәлән, Мәскәй әбейҙең шәхси транспорты нисек атала, Кай нәмәлә йөрөгән, Леопольдтың яратҡан транспорт сараһы һ.б. «Светофор дәрестәре» китаптар күргәҙмәһендә урынлаштырылған юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһындағы сағыу һүрәтле китаптар уйын барышында балаларҙың ҙур ярҙамсылары булды. Сара аҙағында кескәйҙәр юлдарҙа һаҡ булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк һәм ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға ярамай, тигән һығымта яһаны.
Материалдар һәм фотолар: Гөлнар Фәзлиәхмәтова.
Читайте нас: