Дәүләкән районында мәрхәмәтлек акцияһы уҙҙы. Уны республиканың сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторҙо. Әлеге бөтәһе өсөн дә еңел булмаған ваҡытта ул Башҡортостан халҡына ярҙам һәм яҡлау күрһәтеүен дауам итә.
Акция сиктәрендә ҡала һәм райондың айырыуса ярҙамға мохтажлыҡ кисергән кешеләре аҙыҡ-түлек йыйылмалары алды. Тәү сиратта улар килемдәре түбән булған яңғыҙ пенсионерҙарға һәм аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә тәғәйенләнде. Аҙыҡ-түлек һалынған тартмалар уларҙың йортона илтеп бирелде.
Йыйылмаларҙың береһе Айыухан ауылында йәшәүсе яңғыҙ пенсионер Рафиҡ Әхмәҙуллинға илтеп бирелде. «Рафиҡ Миңнулла улы ғүмере буйына тыуған ауылында иретеп-йәбештереүсе булып эшләгән, хеҙмәт ветераны, - тип һөйләй ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Шәйхетдинов. – Әле бик бәләкәй пенсияға йәшәй. Һаулығы насар булыу сәбәпле мал-тыуар аҫрай һәм баҡса үҫтерә алмай. Әммә ул яҙмышына зарланырға күнекмәгән. Аҙыҡ-түлек йыйылмаһы сифатындағы бындай ярҙам уға һиҙелерлек ярҙам буласаҡ».
Раев ауыл биләмәһе башлығының килеүе өлкән йәштәге уҙаман өсөн һөйөнөслө хәл булды.
- Иғтибарҙары, ҡайғыртҡандары һәм аҙыҡ-түлек тартмаһы өсөн ҙур рәхмәт, - тип шатлығы менән бүлешә ул. – Бындай оло йыйылманы алып, бик шатландым. Унда бөтә нимә бар, хатта печенье ла һалғандар. Әлеге ваҡытта күрһәтелгән бындай ярҙам минең өсөн бик мөһим. Өйгә килтереп биргәндәре өсөн айырым рәхмәт.