0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Август 2020, 20:25

Экология һуҡмағы буйлап

Мәкәш ауылы китапханасыһы Гөлнар Фәзлиәхмәтова балалар менән «Экология һуҡмағы буйлап» тигән экологик сәйәхәт ойошторған. Экология һуҡмағы – балаларға тәбиғәтте, экологик грамоталыҡты, йәнлектәр һәм ҡоштарҙы, ағас һәм үләндәрҙе һаҡларға өйрәтеүсе маршрут.

Сара башланғанда балалар китапханала, тәбиғәт, йәнлектәр, ҡоштар тураһындағы сағыу китаптарҙан төҙөлгән «Тәбиғәт донъяһын китаптар менән асабыҙ» тигән күргәҙмә эргәһендә әҙәбиәттең яңы өлгөләре менән танышты. Китаптар балаларҙа улар менән танышыу ғына түгел, ә күптәрен уҡып сығыу теләге лә уятты. Кескәйҙәр К. Паустовский, Б. Житков, В. Бианки, М. Пришвин, Г. Скребицкий һәм башҡа тәбиғәт яҙыусыларының әҫәрҙәре менән танышты. Ә 1-се класс уҡыусыһы Ралина Арыҫланова Н.И. Сладковтың «Урман хеҙмәттәре бюроһы» тигән үҙенең иң яратҡан китабын күрһәтте.
Был яҙыусыларҙың әҫәрҙәре бер нисә быуын китап уҡыусыларға таныш. Улар йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында ла тәбиғәттең матурлығын күрергә, уны яратырға һәм һаҡларға, ғәҙәти булмаған әйберҙәрҙе күрергә, иғтибарлы булырға өйрәтә. Артабан китаптар күргәҙмәһе балаларҙы Тәбиғәт тип аталған серле илгә саҡырҙы. Бөтәһе лә дәррәү урманға, экологик сәйәхәткә сыҡты. Урманда балалар ҡоштар йырын, инештең гәлсәр сыңын тыңланы, саф һауа һәм үләндәрҙең, ағастарҙың, сәскәләрҙең хуш еҫен һулап кинәнде, урмандың төрлө сағыу төҫтәренә һоҡланды, ялан аяҡ йомшаҡ мүккә баҫып ҡараны, ағас олондарына төшкән ҡояш нурҙары менән уйнаны, ялан сәскәләренән таждар үрҙе һәм ҡуйы урман уртаһына ҡайтауаз оҙатты. Һәм, әлбиттә, яҙыусылар һәм шағирҙарҙың ҡуйы, серле урманға, уның йәшерен мөйөштәренә бағышланған әҫәрҙәрен иҫкә төшөрҙө. Китапханасы Гөлнар Фәзлиәхмәтова балаларға урман, унда үҫкән ағастар һәм урманда йәшәүсе йәнлектәр тураһында һөйләне.
Йәш сәйәхәтселәр «урман станциялары» буйлап сәйәхәт итте. «Дауалау тырызы» тигән станцияла улар китапханасы апайҙарының һөйләүе буйынса төрлө ауырыуҙарҙан файҙалы булған үҫемлектәр тураһында белде, уларҙы эҙләп табып, тырыздарына һалды. «Тәбиғәт йомаҡтары» станцияһында тейен, төлкө, бүре һәм төрлө бәшмәктәр тураһында йомаҡтар систе, айыуҙың ҡышын йоҡлауы, ҡуяндың нимә менән туҡланыуы, хәйләкәр төлкөнөң кемгә һунар итеүе хаҡында белде. «Урман ҡағиҙәләре» тигән станцияла балалар нисек итеп бер генә тере йәнгә, бер генә урман объектына ла зыян килтермәй үҙеңде урманда тотоу ҡағиҙәләре менән танышты.
Кескәйҙәр бөтә бирелгән һорауҙарға ла әүҙем яуап бирҙе һәм был теманы яҡшы белеүҙәрен күрһәтте. Урманға сәйәхәт балаларға бик оҡшаны. Улар был көндә күп яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белде, тәбиғәтте һаҡларға, уға ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға кәрәк тигән һығымтаға килде.
Читайте нас: