-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Август 2020, 11:30

Рәсәйҙәге вулкандан ғәҙәти булмаған алмаздар урғыла

Кешелек донъяһы алмаздар менән бынан 3000 йыл элек танышҡан. Алмаздар ҡайҙан сыға һуң?

Уларҙың күпселеге тәрәндә, Ер аҫтында, яҡынса 200 километр тәрәнлектә, формалаша, ә һуңынан вулкан урғылғанда магма ярҙамында Ер өҫтөнә сығарыла. Әммә Рәсәйҙең Камчатка ярымутрауындағы Толбачик вулканын өйрәнгән тикшеренеүселәр 2012-2013 йылдарҙа уҡ ҙур булмаған алмаздар таба. Асыҡланыуынса, улар бөтөнләй магманан барлыҡҡа килмәгән булып сыға. Бынан тыш, улар донъялағы башҡа бер алмаздарға ла оҡшамаған, ә алмаздарҙың һаны бер нисә йөҙҙән ашып китә. Был ғәҙәти булмаған алмаздар ҡайҙан барлыҡҡа килә һуң?
Алмаздарҙы нисек сығаралар
Алмаздар табыуҙың иң "ябай ысулы" - углерод алып, уны Ерҙең мантия ҡатламында юғары баҫым тәьҫирендә тоторға кәрәк. Артабан углерод мантиялағы кимберлит тип аталған башҡа тоҡомдар менән бәйләнешкә инә. Улар үҙҙәренең исемен Көньяҡ Африкалағы Кимберли штатындағы алмаз шахтаһы хөрмәтенә алған. Тап кимберлиттар алмаздарҙың төп сығанағы булып тора. Артабан вулкандар уларҙы ер өҫтөнә яҡынайта һәм кешеләр шахталар ярҙамында алмаздар сығара, уларҙан һуңғараҡ бриллианттар эшләйҙәр. Әммә кимберлит урғылыуы кешелек тарихында күптән... бик күптән булғаны юҡ. Фәнгә билдәле иң һуңғы урғылыу бынан 10000-дән алып 20000- гә яҡын йыл элек Танзанияла булған, тип иҫәпләнә. Әммә киң билдәле теория белдереүенсә, алмаздар һуңғы тапҡыр бынан 30 миллион йыл элек әле Конго Демократик Республикаһы урынлашҡан ерҙә урғылған. Һәм кешелек бөгөнгө көнгә тиклем ошо боронғо урғылыуҙар ваҡытында өҫкә ҡалҡҡан алмаздарҙы сығара.
Рәсәйҙә алмаздар бармы?
Шулай итеп, Камчаткала алмаздар ҡайҙан барлыҡҡа килгән? Рәсәйҙең иң көнсығыш ярымутрауында Японияла башланып Камчатканың төньяғына табан барыусы бөгөнгө көндә лә әүҙем вулкандар бар. Рәсәйҙә Шивелуч, Ключевский һәм Безымянный вулкандары - иң әүҙемдәре. Әммә улар Ер мантияһында барлыҡҡа килгән алмаздар табылырлыҡ урын түгел. Шулай булһа ла, алмаздар тап Толбачик вулканы эргәһендә табылған. Был Рәсәй вулканында беҙҙең быуатта иң эре лава урғылыуы булған. Уның һөҙөмтәһендә йөҙләгән метр бейеклегенә лава фонтандарын барлыҡҡа килтереүсе шартлауҙар уҙған. Вулканды өйрәнеүсе ғалимдарҙың мәҡәләләрендә Толбачик вулканы эргәһендә табылған бәләкәй алмаздар тураһында яҙылған. 250-700 мкм (0,7 миллиметр) ҙурлығындағы был кристалдар вулкан урғылыуынан һуң барлыҡҡа килгән тау ҡаяларында осрай. Ғалимдар уларҙың составын тикшереп ҡарай. Иң ғәжәбе, алмаздар составындағы азот, фтор, кремний Толбачиктағы вулкан газдарының составына тап килә. Был уларҙы вулкан урғылған ваҡытта бүленеп сыҡҡан газдарҙан барлыҡҡа килгән, тип уйларға мөмкинлек бирә
. Александр Богданов.
HI-NEWS.RU материалдарынан.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: