+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Август 2020, 19:10

«Минең Рәсәйем – террорһыҙ»

3 сентябрҙә илебеҙ Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнөн билдәләй.

Был көн алдынан район китапханалары китап уҡыусылар менән профилактик һәм аңлатыу эштәре ойошторҙо. Әйтергә кәрәк, улар абонемент стеналарының эсендә лә, шулай уҡ ҡала һәм ауыл китапханаларының социаль селтәрҙәрендә лә алып барыла.
Мәҫәлән, Үҙәк китапхана «Кешене нисек терроризмдан ҡотҡарырға» тигән ролик монтажлап, үҙенең «Бәйләнештә» төркөмөндә урынлаштырған, ә Ивангород ауылы китапханаһында «Минен Рәсәйем – террорһыҙ» тигән мәғлүмәт стенды ҡуйылған. Уларҙың икеһе лә ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, терроризмға ҡаршы хәүефһеҙлек буйынса иҫкәрмә ҡағыҙҙар тураһында һөйләй. Бынан тыш, үҙәк китапханала төрлө хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса әҙәбиәт менән танышырға мөмкин. Был китаптарҙы ошондай акциялар барышында ғына түгел, теләһә ҡайһы ваҡытта һәр кем алып уҡый ала.
Читайте нас: