Конкурсҡа ауыл китапханалары, район Мәҙәниәт йорто филиалдары хеҙмәткәрҙәре, өлкәндәр һәм балалар ҡушылды. Уларҙың эштәренең тематикаһы күп төрлө ине. Китаптар күргәҙмәһе лә, плакаттар ҙа, мәғлүмәт стендтары ла, төрлө техникала төшөрөлгән төҫлө һәм аҡ-ҡара һүрәттәр ҙә булды. Бер һүҙ менән әйткәндә, дәүләкәндәрҙең күпселеге был темаға битараф ҡалманы. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа дипломдар менән бүләкләнде.