+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Август 2020, 21:00

Бәхет – тыуған ерҙе һөйөүҙә

Һинең кешеләрең, ауылКомсомол ауылында йәшәүсе Рафаил Фрунзе улы Закиров өйҙә – ШЭ «Рихтер С.Б. КФХ»-нда механизатор

Комсомол ауылында йәшәүсе Рафаил Фрунзе улы Закировты өйҙә осратыуы бик еңелдән түгел. Ул – ШЭ «Рихтер С.Б. КФХ»-нда механизатор, тимәк, урып-йыйыу осоронда бөтә ваҡытын баҫыуҙа уҙғара. Тап эш урынында, ҡыҫҡа ғына ял минуттарында, Рафаил Фрунзе улы «районка» хәбәрселәренә күбеһенсә үҙе тураһында түгел, ә бөтә күңеле менән ауыл тормошона, еңел булмаған крәҫтиән хеҙмәтенә берегергә ярҙам иткән яҡын һәм ҡәҙерле кешеләре хаҡында һөйләне.
«Бөгөнгө көнгә ҡаҙанған уңыштарым өсөн мин атай-әсәйемә һәм ғаиләмә рәхмәтле, - тип һөйләй Рафаил. –Эштәге ҡаҙаныштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән атайым, Фрунзе Закиров, минең өсөн һәр ваҡыт өлгө булды һәм буласаҡ. Ул Ҡурғанда тыуған, бар ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған. Алдынғы механизатор булыуҙан тыш, балта оҫтаһы һәм тимерсе вазифаларын да яҡшы башҡарған. Иген һуғыуҙа уға тиңдәр булмаған, шуға юғары хөкүмәт наградаһы менән бүләкләнгән дә инде».
Атаһына оҡшап, Рафаил да бар эшкә яуаплы ҡарай. Уңыш йыйырға сығырҙан алда техниканы ентекләп тикшерә: бөтә шөрөптәрен нығыта, киҫеүсе бысаҡтарҙы ҡарай, төйөндәрҙе, сылбырҙарҙы һәм беркеткестәрҙе майлай, фильтрҙарҙы өрҙөрә һәм бункерҙы таҙарта. Уның хеҙмәтенә яуаплы ҡарауын крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Сергей Бернгардович Рихтер ҙа билдәләй:
- Рафаилдың ҡулынан бөтә эш тә килә. Тырыш, намыҫлы һәм бик ҡиммәтле хеҙмәткәр. Урып-йыйыу осоронан һуң тракторсы, водитель, слесарь, балта оҫтаһы булып хеҙмәт һала. Ә комбайны сәғәт кеүек эшләй, уны ҡарап ҡына йөрөтә, ватыла ҡалһа, үҙе үк тиҙ арала ремонтлап ала.
Уңыш йыйыу эштәренә техниканы әҙерләү буйынса техник тикшереү уҙған ваҡытта комиссия уны юғары һөнәри оҫталығы һәм ауыл хужалығы техникаһының төҙөлөшөн яҡшы белгәне өсөн билдәләп үткән. Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса Дәүләт инспекцияһы бойороғо менән Рафаил Фрунзе улы Закиров июнь аҙағында рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Әле Рафаил Дон 1500 б комбайнында Соколовка ауылы баҫыуҙарында иген урыуҙа хеҙмәт һала. Уңыш йыйыу башланғандан алып ул 7000 центнерға яҡын иген һуҡҡан да инде. Алда яҙғы иген һәм майлы культураларҙы йыйыу буйынса яуаплы эш көтә.
Ауыл хеҙмәтенә мөкиббән киткән Рафаил Закировтың тормошо баҫыуҙарҙағы һәм техника оҫтаханаларындағы эш менән генә сикләнмәй. Уның ижади ғаиләһе байрамдарҙа бергә йыйылып, музыка ҡоралдарында уйнарға һәм татар, башҡорт, рус телдәрендә йырҙар йырларға ярата.
Ғаиләгеҙҙең именлеге һәм бәхете нимәлә, тигән һорауға Рафаил Фрунзе улы: «Күңелең - таҙа, үҙең эш һөйөүсән булһаң, үҙеңә ышанһаң, кешеләргә тик изгелек кенә эшләһәң, бәхет, һис шикһеҙ, киләсәк ул», - тип яуап бирҙе.
Татьяна Бусарева.
Читайте нас: