+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Август 2020, 21:50

Сәтләүек йыйырға – баҡсаға

Был ҡыҙыҡлы Һәр көҙ һайын Дәүләкәндә грек сәтләүегенең уңышын йыялар.

Фантастика кеүек яңғыраймы?
Бөтөнләй юҡ! Беҙҙең ҡалала йәшәүсе Роза Солтанаеваның йорт яны участкаһында нәмә генә үҫмәй: ҡурай еләге һәм ер еләге, груша һәм алма, ирга һәм ҡыҙыл муйыл, гортензияның һоҡланырлыҡ бер нисә төрө. Әммә бындағы иң экзотик культура – грек сәтләүеге.
« Ул миңә Волгоград өлкәһенән килеп эләкте, - тип һөйләй Роза Мөхөтдин ҡыҙы. – Посылкала ярты метрлыҡ нәҙек кенә сыбыҡ ине». Йәш ағас был ваҡытта өс йыллыҡ була. Тәүге йылдарҙа уны ныҡлап тәрбиәләргә, ваҡыты менән бигерәк ҡырыҫ булған Башҡортостан һалҡындарынан ҡышҡылыҡҡа ҡапларға тура килә. Яйлап ағас нығына, әммә сәтләүектәрен тик етенсе йылда ғына бирә башлай. Хәҙер инде ул тәмле, туҡлыҡлы һәм файҙалы сәтләүектәре менән хужабикәһен даими ҡыуандырып тора. «Ә был нисек мөмкин һуң?» - тип һорарһығыҙ. –Нисек итеп йылы яратыусы ағас башҡорт ерендә тамырланып киткән һәм үҙен яҡшы тоя, етмәһә, емеш тә бирә һуң? Сере нимәлә?» Һеҙгә серен асабыҙ. Был ябай грек сәтләүеге түгел, ә Маньчжурия, йәки Думбай, Алыҫ Көнсығыш сәтләүеге. Ул һалҡындарға сыҙамлы һәм бик күп файҙалы сифаттарға эйә.
Дөрөҫ итеп ҡулланғанда уның емештәре (өлгөргәндәре һәм йәштәре) генә түгел, ә япраҡтары ла дауалай. Уларҙан алынған төрлө төнәтмәләр, майҙар халыҡ медицинаһында күп ауырыуҙарҙы дауалағанда ҡулланыла. Етмәһә, был ағас бик матур, уның бейеклеге 25 метрға етә. Япраҡтары семәрле һәм олоно - шар формаһында. Шуныһы ҡыҙыҡлы, уңайлы шарттарҙа 250 йылға тиклем йәшәргә мөмкин. Һәм тағы ла, Маньчжурия сәтләүеге, туҙан һәм эшләп сығарылған газдарҙы йотоп, һауаны төрлө токсиндарҙан һәм бысраныуҙарҙан таҙарта. Ул әйләнә-тирә мөхиткә составында йод булған тәбиғәт антисептигы - юглон тигән матдә бүлеп сығара.
Һәүәҫкәр баҡсасы Роза Мөхөтдин ҡыҙы Солтанаеваның тырышлығы менән Дәүләкән ҡалаһында бына ошондай файҙалы һәм ғәҙәти булмаған үҫемлек барлыҡҡа килгән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Галина Бурдилева.
Читайте нас: