+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Август 2020, 20:40

Тәүге йылдар йылъяҙмаһы

20 августа Дәүләкән районына 90 йыл тулды

Дәүләкән районы – төрлө яҙмышлы, холоҡло, төрлө милләтле һәм ҡарашлы меңәрләгән кешеләрҙең кесе ватаны. Райондың юбилей датаһы уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн оло ваҡиға. Ул – төрлө өлкәләрҙә районыбыҙ файҙаһына хеҙмәт һалған, уның үҫешенә һәм аяҡҡа баҫыуына үҙҙәренең көсөн, белемен һәм илһамын бағышлаған, уның иң яҡшы хеҙмәт һәм мәҙәни йолаларын һаҡлаған бер нисә быуын кешеләренең байрамы, тыуған ерҙәре менән яҙмыштарын бәйләгән һәм ошонда яңы пландар төҙөүҙәрен һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙарын дауам итеүселәр өсөн мөһим дата.
Ошо йылдар эсендә үҫеш һәм ижад итеү ваҡыты тип атарлыҡ оло юл үтелгән. Район сәнәғәт һәм ауыл хужалығындағы етештереү күрһәткестәре, төрлө өлкәләрҙәге еңеүҙәре һәм ҡаҙаныштары менән республикала яҡшы таныш. Бөгөн беҙ бынан 90 йыл элек районыбыҙ йылъяҙмаһы нимәнән башланғанын иҫкә төшөрөп, тарихи факттарҙа тәүге йылдарҙы күрһәтеп китергә теләйбеҙ.
Дәүләкән районының барлыҡҡа килеү датаһы – 1930 йылдың 20 авгусы. Тап ошо көндә БАССР халыҡ комиссарҙары Советы һәм Үҙәк Башҡарма Комитет Президиумы ҡарары менән республикала кантон һәм волостарға бүлеү бөтөрөлә һәм Башҡортостан картаһында 48 район барлыҡҡа килә. Үҙәге Дәүләкән эшселәр ҡасабаһында булған Дәүләкән районы бөтөрөлгән Дәүләкән һәм Әлшәй волосының бер өлөшөнән булдырыла.
Шул йылдың август-сентябрь айҙарында райондың эшсе органдары: район Советы башҡарма комитеты, ВКП(б)-ның Дәүләкән район комитеты, партия һәм хөкүмәт директиваларын уҙғарыуҙы һәм урындағы ойошмаларҙың
эшендәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе даими күҙәтеү органы булған эшсе-крәҫтиән инспекцияһының район контроль комиссияһы ойошторола.
Барлыҡҡа килгән йылында район 43 административ берәмектән: 42 ауыл Советынан һәм административ үҙәк – эшселәр ҡасабаһы Дәүләкәндән тора. 11083 кеше йәшәгєн эшселәр ҡасабаһы Дәүләкән һәм 7527 кеше йәшәгән Әлшәй ауыл Советы халыҡ һаны буйынса иң эре административ берәмектәр тип иҫәпләнә. 619 кешеһе булған Григорьев һәм 621 кеше йәшәгән Тамбов ауыл Советтары иң бәләкәйҙәре була. Райондағы дөйөм халыҡ һаны 80403 кеше тәшкил итә.
1930 йылдың 1 сентябрендә районда 175 мәктәп балалар өсөн үҙ ишектәрен аса. Был көндә мәктәп ҡыңғырауы Дәүләкән районының 10215 уҡыусыһы (Дәүләкән районы һәм Әлшәй волосы составына ингән мәктәптәрҙе лә иҫәпкә алып) өсөн зыңлай.
Халыҡтың күпселеге колхоз хужалыҡтарындағы эштәрҙә хеҙмәт һала, иген үҫтерә һәм һыйыр малы үрсетә. 1931 йыл аҙағында районда 200-гә яҡын ауыл хужалығы етештереү ойошмаһы (колхоздар, совхоздар, ТОЗ-дар, коммуналар) иҫәпләнә.
1932 йылда ойошторолған һәм ауыл хужалығы ерҙәре 9855 гектар тәшкил иткән Дәүләкән иген совхозы һәм 1930 йылда ойошторолған һәм ауыл хужалығы ерҙәре 16280 гектар булған Әлшәй иген совхозы иң эреләре була.
1931 йылда колхоздар дәүләткә - 85990 центнер, ә шәхси хужалыҡтар 158603 центнер иген тапшыра.
Ойошторолоуҙың тәүге йылдарында районда алты гәзит: тиражы дүрт мең экземпляр булған, рус телендә сыҡҡан «Победим», тиражы өс мең экземплярлы башҡорт телендәге «Колхозсы» гәзите, тиражы бер мең
экземпляр булған рус телендә сығарылған Дәүләкән МТС-ының сәйәси бүлегенең «Рулевой» гәзите, Дәүләкән һәм Әлшәй иген совхоздары сәйәси бүлектәренең гәзиттәре, тиражы өс йөҙ экземплярлы рус телендәге «Большевистик колхоз» колхоз гәзите нәшер ителә.
1935 йылдың 31 ғинуарында Бөтә Союз Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы Ҡарары һәм БАССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Ҡарары менән 14 яңы район барлыҡҡа килә, был булғандарының составын үҙгәртә. Ошо ҡарарҙарға ярашлы, 1935 йылдың февраль айында элекке Әлшәй волосының 14 ауыл Советын яңы төҙөлгән Әлшәй районына биреү арҡаһында Дәүләкән районының майҙаны кәмей.
1939 йылда район территорияһы - 1881 квадрат километр, ә район буйынса дөйөм халыҡ һаны 53795 кеше була. Беҙҙең көндәрҙә уның майҙаны 1907 квадрат километр, ә 2019 йылға халҡының һаны – 23500 кеше тәшкил итә.
Читайте нас: