«Еңеү диктанты»нда шул иҫәптән Рәсәй хеҙмәттәшлеге булмаған илдәрҙең дә ҡатнашыуы көтөлә, тип белдерҙе «Берҙәм Рәсәй»ҙең Генераль Советы секретары урынбаҫары, «Тарихи хәтер» партия проекты координаторы Александр Хинштейн.
«Төп майҙансыҡтар Рәсәйҙең фән һәм мәҙәниәт үҙәктәрендә, шулай уҡ рус илселектәре ҡаршыһындағы университеттар һәм мәктәптәрҙә урынлашасаҡ. Албанияла, Аргентинала, Испанияла, Португалияла, Мальтала, Мексикала, Мароккола һәм башҡа илдәрҙә йәшәүселәр «Еңеү диктанты»н беренсе тапҡыр яҙа. Әйтергә кәрәк, акция донъяның бар тарафтарында ла уҙасаҡ», - тине Александр Хинштейн.
Бынан тыш, ул элекке Гитлерға ҡаршы коалицияға ингән илдәр, Ҡушма Штаттарҙы ла индереп, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берҙәмлеге илдәре, шулай уҡ Ҡытай, Вьетнам, Төркиә, Израиль һ.б. «Еңеү диктанты»нда ҡатнашыуҙары тураһында белдергән дә инде.
Ойоштороусылар иҫәпләүенсә, акцияға башҡа илдәрҙең күпләп ҡушылыуы унда ҡатнашыусыларҙың һанын да арттырырға тейеш – улар «Еңеү диктанты»н миллионға яҡын кеше яҙыр, тип ниәтләй.
«Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған «Еңеү диктанты» акцияһы уҙған йылда ла Рәсәйҙә генә түгел, ә башҡа илдәрҙә лә үтте. Әммә быйыл уның географияһы һиҙелерлек киңәйҙе. Был диктант менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы ғына түгел, ә тарихыбыҙҙы һаҡларға теләүебеҙҙе лә күрһәтә», - тине Башҡортостан Республикаһындағы «Тарихи хәтер» партия проектының төбәк координаторы Эдуард Сәйетбатталов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 августа «Еңеү диктанты»нда ҡатнашыусыларҙы теркәү башланды. диктантпобеды.рф сайтында 3 сентябрҙә акция уҙасаҡ 10000 майҙансыҡтың теләһә ҡайһыһын һайларға мөмкин. Унда шулай уҡ онлайн да ҡатнашып була.