-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Август 2020, 14:20

«Башҡорт ихаталары» төҙөкләндерелә

«Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә 2020 йылда төҙөкләндерелгән тәүге ихатаны тапшырҙыҡ.

«Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә 2020 йылда төҙөкләндерелгән тәүге ихатаны кешеләргә тапшырҙыҡ. Был йәһәттән Краснокама районы айырылып торҙо. Унда бөтәһенән алдараҡ һатыулашып бөтөп, майҙансыҡҡа сыҡтылар. Бер нисә фотоһүрәттә – Николо-Березовкалағы Йәштәр урамындағы 3-сө, 5-се һәм 5а һанлы йорттарҙың ихаталары. Проекттың хаҡы – 9 миллион һум. «Башҡорт ихаталары»ның төп шарты – бөтә проекттар ҙа бында йәшәүселәр менән килешеп төҙөлә. Николо-Березовкала тәүге һөҙөмтә бар – бөтә йәштәге балалар өсөн төрлө пландағы ихаталар арауығы.
Подрядсылар асфальт ҡатламын тулыһынса алыштырған, туҡталҡаларҙы йыһазландырған, яңы яҡтыртҡыстар ҡуйған. Балалар майҙансығында – резинанан хәүефһеҙ япма түшәлгән, заманса уйын тауҙары һәм бәүелсәктәр урынлаштырылған. Яҡшы спорт майҙансығы һәм уңайлы эскәмйәләр бар. Бынан тыш, проектты тормошҡа ашырғанда уның «Тыуған урам» проекты менән берлектә алып барылыуы мөһим. Уның буйынса Йәштәр урамына асфальт ҡатламы йәйеү ҡаралған.
2020 йылда бөтә республика буйлап барлығы 380 ихата территорияһын төҙөкләндерәсәкбеҙ.
P.S. Нисбәте уҙған йылдағыса – проекттың дөйөм хаҡының 94 проценты - Башҡортостан бюджетынан, 5 процентын муниципалитет өҫтәй һәм 1 процентын кешеләр түләй.
Материалдар һәм фотолар: Республика Президенты Р. Хәбировтың ВКонтакте төркөмөнән.
Читайте нас: