+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Август 2020, 13:40

Дәүләкән ҡалаһының кирбес заводындағы янғын сәбәптәрен эксперттар асыҡлаясаҡ

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бер ҡатлы кирбес бинаның 100х60 майҙанда ҡыйығы янып китә. Янғын һүндереүгә 67 кеше һәм 24 дана техника йәлеп ителә.

Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. 20 сәғәт 25 минутта 6000 квадрат метр майҙандағы янғын туҡтатылған. Уны һүндереү дауам итә. Янғын һүндереү саралары янғын поезы менән килтерелә. Янғындың сәбәптәрен Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын-һынау лабораторияһы эксперттарына һәм дознавателдәренә асыҡларға тура киләсәк.
  • Ваҡиға Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Төп идаралығы күҙәтеүе аҫтына алынған. Янғын урынына Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Төп идаралығы начальнигы Марат Латипов килгән, - тип өҫтәнеләр ведомствола.
  • https://gtrk.tv/ материалдарынан.
    Фото: 02mchsgov.ru
    Читайте нас: