Бының өсөн кәрәк: ҡабаҡ-1,5 кг, әсе борос-1 бөртөк, укроп-0,25гр, петрушка-0,25 гр, һарымһаҡ-3-4 теш, үҫемлек майы-120 мл, аш һеркәһе 9%-120мл, шәкәр-3 аш ҡалағы, тоҙ-1 аш ҡалағы, ыуылған ҡара борос-1 сәй ҡалағы.
Әҙерләү ысулы: иң башта ҡабаҡтарҙы яҡшылап йыуырға һәм тышы менән бергә ныҡ нәҙек итмәй генә турарға. Уның өҫтөнә ваҡланған һарымһаҡ, тоҙ, борос, шәкәр, май ҡушып болғатырға. Артабан орлоҡтары алынып балдаҡлап ҡырҡылған әсе боросто, ваҡ итеп туралған петрушка менән укропты һалып, аш һеркәһе ҡушып бутайбыҙ. 3 сәғәткә шул көйө ҡалдырып торабыҙ. Һуңынан маринадланған ҡабаҡтарҙы банкаларға тултырып, ҡапҡастарын һалып 7-8 минут стерилләгәндән һуң, нығытып ябып, һыуынғанға тиклем түңкәреп ҡуябыҙ.