Алдағы көндәрҙең йылы тороуы көтөлә, ә йәкшәмбе, 30 августа, термометр бағанаһы + 27 күрһәтәсәк. Ел талғын, секундына 6-12 метр тиҙлектә иҫәсәк. Оҙайлы ваҡытҡа фаразлауҙарға ярашлы, йылы һәм ҡоро һауа торошо Башҡортостанда сентябрь уртаһына тиклем торасаҡ.