Байрам көнөндә Дәүләкән Арбатында ирекмәндәр ҡала һәм район халҡына өс төҫтәге таҫмалар таратты. Был эштәр шулай уҡ район ауылдарында ла үтте. Ҡалабыҙҙа был сараны уҙғарыу урыны осраҡлы түгел, сөнки шәмбе көнөндә ҡала үҙәгендә дәүләкәндәрҙе күпләп осратып, Дәүләт флагы көнө тураһында уларҙың иҫенә төшөрөргә мөмкин булды. Сара бөтә санитар-эпидемиология нормаларын да күҙәтеп башҡарылды.
Үҙәк район китапханаһы абонементында «Уртаҡ флаг аҫтында» тигән фотокүргәҙмә эшләүен дауам итә. Унда илебеҙ флагын тотоп төшкән дәүләкәндәрҙең фотоһүрәттәре ҡуйылған. Китапханаға килеүселәр был фотоһүрәттәрҙә үҙҙәренең күп таныштарын күрә.
Пандемия арҡаһында сикләүҙәргә бәйле сараларҙың күпселеге, һис шикһеҙ, социаль селтәрҙәрҙә уҙҙы. Ҡаланың һәм райондың мәҙәниәт учреждениелары тематик онлайн-конкурстар һәм флешмобтар ойошторҙо. Унда ҡатнашыусылар һүрәттәрен күрһәтте, шиғырҙар уҡыны, йырланы, бейене. Ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә ярҙам үҙәге лә «Рәсәй флагы – балалар күҙе менән» тигән балалар һүрәте конкурсы уҙғарҙы. Социаль селтәрҙәргә инеүсе төрлө йәштәге кешеләр бөтөн ил һәм уның һәр айырым мөйөшө өсөн бөгөнгө көндөң әһәмиәте тураһында бөтә райондың иҫенә төшөрҙө.