+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Август 2020, 21:15

Көрмәнкәйҙә яңы урам тренажерҙары барлыҡҡа килде

Бөгөн, 24 августа, Көрмәнкәй ауылында иҫтәлекле ваҡиға булды. Ауылдың уйын ҡаласығы алты урам тренажеры менән тулыланды.

Улар ауылдың уртаһында урынлаштырылды. Был спорт йыһаздарын Көрмәнкәй ауыл Советы «Айыҡ ауыл-2019» республика конкурсында еңгән өсөн алды.
Ағымдағы йылдың март аҙағында республиканың Хөкүмәт йортонда конкурстың еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. Унда район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов һәм Көрмәнкәй ауыл Советы башлығы Д.Ҡ. Дәүләтов Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡулынан «Интернет-конкурс еңеүсеһе»тигән махсус приз, Диплом һәм аҡсалата сертификат алды. Бүләк аҡсаларын спорт йыһаздарына тотонорға ҡарар ителде.
Майҙансыҡты йыһазландырыуға ауылдың олоһо ла, кесеһе лә сыҡты. Улар эшселәргә яңы спорт ҡоролмаларын урынлаштырырға ярҙам итте һәм бер үк ваҡытта спорт тренажерҙарында үҙҙәренең көсөн һынап ҡарау мөмкинлеген дә ҡулдан ысҡындырманы. Хәҙер, яңы йыһаздар урынлаштырылғандан һуң, ауыл уртаһында тулы ҡеүәтле спорт-уйын майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Унда сәләмәт тормош алып барғандарҙың һәр ҡайһыһы шөғөлләнә ала.
Сергей Чиков.
Читайте нас: