-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Август 2020, 21:00

СУПЕР КИЛЕН

Ахырҙа ҡатынға өйөндәге барлыҡ әйберҙәрен алып килергә ҡуштылар. Уларҙы ҡырҡ тапҡыр кейҙертеп, ҡырҡ тапҡыр систереп тигәндәй ҡараһалар ҙа, мәгәр килешкәнен таба алманылар.

Тәғзимә үҙен Өфөнән алып ҡайтҡан машинанан төштө лә тура магазинға ҡарай юртты. Бындай эште йыумайса булмаҫ. Магазин ябылмаҫ элек өлгөрөп ҡалырға кәрәк, инде һуң булып бара. Ҡатын кәстүмендәге миҙалды йәнә бер тапҡыр һыйпап-һыйпап ҡараны. Ауылға ошо миҙалды тағып ҡайтып инһен әле! Барыһының күҙҙәре туҫтаҡ кеүек булыр. Тәғзимә үҙенең уйҙарынан үҙе ҡыуанып, бына күрегеҙ, мин кем тигәндәй күкрәктәрен саманан тыш алға кирә биреберәк атланы. Әтеү анау бер бөртөк балалы Сара гелән генә теге лә был тип аҡыл һатып маташҡан була. Хәҙер бына һөйләшеп ҡараһын. Уның һымаҡ Өфө һынлы Өфөгә барып миҙал алып ҡайтһа, нишләр ине икән, ә?
Тәғзимә ике йыл элек күрше Мырҙаҡайҙан килен булып төшкәйне. Бер көндө беҙҙең ауылда йәшәгән апаһына ҡунаҡҡа килгән ҡатын өс балаһы менән үҙенән ун дүрт йәшкә оло Әхмәттә торған да ҡалған. Кемделер туҡмаған өсөн төрмәгә ултырған ире хаҡында:
– Алма кеүек сағымда бер үҙем өңрәйеп, әллә ҡайтҡан, әллә ҡайтмаған шул ен күбәләген көтөп ултыраһым юҡ инде, – тип кенә ебәргән, имеш. Инде ҡатын төҫө күрмәй ҡартайып барған иргә ике йылда тупылдап торған ике малай алып ҡайтып та бирҙе. Кемдеңдер:
–Вәт, исмаһам, супер килен, – тиеүе ат ҡойроғона эләккән тегәнәк кеүек уҡмаша ла ҡуя. Хәҙер ауылда уға үҙ исеме менән өндәшкән кеше лә юҡ шикелле, барыһы ла “супер килен” ти ҙә ҡуя.
Пакетындағы шешәләрҙең салтыр-солтор килеүе, күкрәгендәге миҙалының күңелле сыңлауы бергә ҡушылып, Тәғзимәнең йәнә лә кәйефен күтәрҙе. Әйтеүе генә анһат, ә ошо миҙал тип йәнен ала яҙҙылар бит.
Тәүҙә ауыл хакимиәтенә ҡалаға кейеп барасаҡ кейемен кейеп килергә ҡуштылар. Бигерәк килештерәләр инде, биш балалы ҡатын тигәс тә, яланғас йөрөй тип уйлайҙармы икән! Кейемдәре донъя уның. Аллаға шөкөр, өйҙә генә ултырһа ла аҡсанан өҙөлгәне юҡ. Балалар пособиеһын көнөндәген көнөндә килтереп торалар.
Тәғзимә көндә мал ҡыуғанда, һыуға барғанда кейә торған ҡатаһын һөрткөләп алғайны – бына тигән булды ла ҡуйҙы. Бер нисә көн элек кенә үзбәктәрҙән һатып алған күлдәген кейеп ебәрҙе. Башына теге аҙнала ғына күршеһе биргән эре барсалы ҡыҙыл яулыҡты сөйөп бәйләне.
Ҡатындың ауыҙында һерәйеп торған етеме, һигеҙме тешен күргәс, ауыл хакимиәтендә:
–Әллә ни ҡурҡыныс юҡ, миҙал алғанда башыңды һелкеп кенә рәхмәтеңде белдерһәң, бер нәмә лә һиҙелмәҫ. Моғайын, йырлап тормаҫһың бит инде,– тинеләр. Ә бына кейемен бөтөнләй оҡшатманылар.
Ахырҙа ҡатынға өйөндәге барлыҡ әйберҙәрен алып килергә ҡуштылар. Уларҙы ҡырҡ тапҡыр кейҙертеп, ҡырҡ тапҡыр систереп тигәндәй ҡараһалар ҙа, мәгәр килешкәнен таба алманылар. Имеш, тегенеһе тоҡ кеүек лапшайып тора, быныһы бармай.
Хәҙер магазин тулы сепрәк-сапраҡ та һуң, ҡулыңда аҡсаһы булмағас, кем тоттороп ебәрһен! Былай ҙа һатыусының көтәсәккә бирә торған дәфтәрендә иң ҙур бурыс Тәғзимәнеке булып сыҡты.
Кейем эҙләп, тегенеһен, быныһын кейеп ҡарай торғас, Тәғзимә үҙе лә, хакимиәт ҡатындары эт арманһыҙы булды. Шулай ҙа эҙләнә торғас, берәүҙән күтәрмәләре энә йыуанлығындай туфли, икенсенән – костюм, кемдәңдер алҡа, беләҙектәр таптылар. Сәстәрен буяп, матур ғына итеп тарап, өҫтөнә өйөп ҡуйҙылар. Күҙ тирәләй ҡара ҡәләм менән йөрөтөп, ирендәренә ҡыҙыл тейҙерҙеләр. Тырнаҡтарын тигеҙләп, матур ғына итеп лак яҡҡас, Тәғзимә күркәм генә ҡатынға әүерелде лә ҡуйҙы. Хатта танымаған кешеләр ҙә булды әле.
Тәғзимәне баш ҡаланан ҡаршы алыу күршеләре, бергә ҡатышып, ашап-эсеп йөрөгән дуҫ-иштәре өсөн оло байрам, кесе туйға әүерелде. Кемдеңдер:
–Бынауындай селләлә өйҙә һаҫып ултырмаҫбыҙ инде, –тиеүе башҡаларына етә ҡалды.
– Шулай шул.
– Әйҙәгеҙ, тәбиғәткә сығайыҡ. Унда мин харап шәп урын беләм.
Миҙал йыуыу тантанаһы иҫ китмәле шәп үтте. Был көндө йылға буйҙары таңғаса шаулап торҙо. Миҙалды рюмкаға һалып, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп “таҙарттылар”. Бер аҙ төшөрөп алғас, кемдер йыр һуҙып маташты, кемдер һикергеләне. Ә буш шешәләр ярыша-ярыша ағас төптәренә осто.
Иртәгәһен “Супер килен” байрам иткән урында балалары менән миҙалын эҙләп йөрөй ине...

Венер Исхаков.

https://shonkar.rbsmi.ru/articles/k-l-m-st-r/Super-kilen-423609/
Читайте нас: